Башҡорт эстрадаһында танылыу яулаған төркөм, башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусылар. 1990 йылдарҙа «Дәрүишхан» башҡорт эстрадаһында иң популяр коллективтарҙың береһе булды. Ойоштороусыһы – талантлы гитарасы һәм көйҙәр авторы Альберт Ғаббасов. Төркөмдөң солисы Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) 2005 йылда 35 йәшендә ҡапыл вафат булғас, төркөм тарҡалды.
2019 йылда төркөм яңы солист Ринат Зарипов менән үҙенең ижадын тергеҙҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйынында, ретро-концерттарҙа, йәштәр форумында һәм башҡа ҙур сараларҙа сығыш яһаны.
Ләкин легендар төркөмдөң хиттарына ҡушылып йырлаған кешеләр уның яңы солисы тураһында бер нәмә лә белмәй тиерлек. Күптәр Ринат Зариповтың «Дим Мәннәндең тауышы» менән йырлауын билдәләне. Солист «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында үҙе, үҙенең тамырҙары, йырлау манераһы хаҡында һөйләне.