Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Февраль 2020, 11:05

Рәми иҫтәлегенә

Рәми иҫтәлегенә("Февраль.Буран." тамашаһын ҡарағас)

Рәми иҫтәлегенә
("Февраль.Буран." тамашаһын ҡарағас)

Шағирҙы бит халыҡ шағир итә,
Йырсы итә иле йырсыны.
Әйтсе, халҡым, ауыр саҡтарында,
Улың күреп кемде ҡурсының?
Телем,
илем тиеп көйгәнендә
Иләк аша үтте һәр һүҙе.
Халҡы өсөн хаҡлыҡ, аҡлыҡ даулап,
Яуға сыҡты шағир бер үҙе.
Ил яҙмышын үҙ иңенә алып,
Һин,
Мин әйтмәҫ
көслө һүҙҙәрҙе
Шағир әйтте!
Ҡыйыулыҡтан ҡурҡып
Беҙ йәшерҙек бары күҙҙәрҙе.
...Илем тиеп Иҙел кисмәгәндәр
Булһа булһын илдә маҡтаулы.
Быуат аша бер әйләнеп ҡайтыр,
Доға булып шағир һыҡтауы!
Читайте нас: