Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Февраль 2020, 17:15

Күгәрсендәр - беренселәр

Кисә район мәҙәниәт һарайында республика буйынса эске эштәр органдары араһында “Ҡалҡан һәм лира” 21-се ижади фестивале үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланды. Мәртәбәле сарала бөтәһе алты - Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Әбйәлил райондарының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашып, үҙҙәренең һәр яҡлап һәләтле икәнлеген иҫбатланы.

Күгәрсендәр айырыуса йырға маһир булып сыҡты: Ғәли Сәлихов, Дилә Яҡшыбаева, В.Цойҙың йырын килештереп башҡарыусы Илмир Мөҙәрисов менән Рәмил Ғәйнүтдиновтар... Марсель Байғубәков ҡурайҙа башҡорт милли көйҙәрен һуҙҙы. Ейәнсура, йылайырҙар, бөрйәндәрҙең сығыштары милли рухы, хәйбуллалар дәртле бейеүҙәре, Әбйәлил эске эштәр бүлегенең көслө заттары көр тауышы менән айырылып торҙо.
Көн дауамында барған ижади-музыкаль бәйгене республика буйынса Эске эштәр министрлығының мәҙәниәт үҙәге начальник урынбаҫары, майор, жюри комиссияһы рәйесе Дим Әхтәмов; шул уҡ мәҙәниәт үҙәге оркестры дирижеры, өлкән лейтенант Денис Нуриманшин һәм өлкән методист, капитан Эльза Сәлимова, методист, лейтенант Евгений Крайнов иғтибар менән ҡарап, конкурсанттарҙың сығыштарын баһаланы.
Баһалама комиссияһы ҡарары буйынса 3-сө урынға Йылайыр, 2-се урынға Хәйбулла һәм, ниһайәт, лайыҡлы 1-се урынға Күгәрсен районы сыҡты, ә иң юғары награда – гран-при Ейәнсура ҡулында!
Читайте нас: