Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Февраль 2020, 14:20

Шағирҙарҙы йыйҙы Туйөмбәт

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия бынан теүәл егерме бер йыл элек Башҡортостан яҙыусылар союзы менән берлектә булдырылған. Ошо арауыҡ эсендә бөтәһе 55 ижадсының эшмәкәрлеге баһаланған. 2019 йылғы лауреаттар исемлеген үҙешмәкәр шағир Вәғиз Хәниф улы Мәғизов менән Мәләүез ҡалаһында йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, китапханасы Рәзилә Ҡотлогилдина, Туйөмбәт ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәйес Ҡунаҡбаев тулыландырҙы.

Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия бынан теүәл егерме бер йыл элек Башҡортостан яҙыусылар союзы менән берлектә булдырылған. Ошо арауыҡ эсендә бөтәһе 55 ижадсының эшмәкәрлеге баһаланған. 2019 йылғы лауреаттар исемлеген үҙешмәкәр шағир Вәғиз Мәғизов менән Мәләүез ҡалаһында йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, китапханасы Рәзилә Ҡотлогилдина, Туйөмбәт ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәйес Ҡунаҡбаев тулыландырҙы.
Лауреаттарҙы тәбрикләү сараһы йылдағыса Зәйнәб Биишеваның тыуған төйәге – Туйөмбәт ауылында булды. Төп сараға тиклем Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – БР һәм РФ Яҙыусылар, БР һәм РФ журналистар союздары ағзаһы, БР яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары шағир Нурлан Ғәниев, беҙҙең яҡташ әҙиптәребеҙ журналист, яҙыусы, драматург, балалар яҙыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, “Киске Өфө” гәзите хеҙмәткәре Сәрүәр Сурина, шағир, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөфәр Вәлитов – Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡыусылар менән осрашты. Ижади осрашыуҙы улар ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылына бағышланы.
Читайте нас: