Шиғри күңелле Дөмбәй ҡыҙы
Шиғри күңелле Дөмбәй ҡыҙы Фәнүзә Әбсәләмова шиғырҙарҙы 4-се класта уҡығанда уҡ яҙа башлай, Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған йылдарҙа үҙен проза өлкәһендә лә һынап ҡарай – очерк, мәҫәләр, хикәйәләр ижад итә, “Интернатым-пар ҡанатым” гимназия гәзитендә баш мөхәррир вазифаһын да башҡара, БР мәғарифты үҫтереү институты тарафынан “Маяҡ” тип исемләгән шиғырҙар йыйынтығы ла донъя күргәйне.
Ҡала, республика, халыҡ-ара ижади конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай. Шулай ҙа һөнәрен атаһы Ғәли ағай Әбсәләмов һымаҡ ауыл хужалығы менән бәйләй – Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында уҡып, ҡулына диплом алды.
Ауыл ерендә үҫкән ҡыҙҙың атаһының һөнәренә булған ихтирамы, күңеле шулай ҡушҡандыр.
һеҙҙең иғтибарығыҙға Фәнүзәнең бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Төнөн, бары төнөн генә
Хистәр урғылалар ситлектән.
Тотоп булмай - йөрәк күкрәк йыртып,
Йүгерә минән иркен киңлеккә!
Миңә кәрәк ирек!
Кәрәк һөйөү!
Көҙгә хас булмаған һыуыҡта,
Яҙға хас булмаған йылы менән
Барлыҡ тирә-яҡты урарға!
Кәрәк дуҫтар!
Ҡул ҡыҫышып ҡына
Тойор өсөн йөрәк тибешен.
Аңлар өсөн һүҙһеҙ һөйләшкәндә:
Бына ҙур дуҫлыҡтың инеше.
Кәрәк түҙем!
Һиңә, тимәгәнде,
Йәлләмәйсә генә ебәрергә.
Үҙ эшеңде көсөң, йәнең һалып,
Аҙағына тиклем еткерергә.
Кәрәк көс-кәр!
Беләктәрҙә түгел,
Көслө булһын рухым, иманым!
Кәрәк тыныслыҡ!
Һикәлтәле юлда
Сайпылмаһын өсөн һыуҙарым!
...Төн үтте.
Таң ата.
Ҡайт йөрәгем кире,
Етәр хыялыйҙы уйнарға.
Ҡайт тәнемә, аңым хөкөм һөрә,
Ваҡыт етте һине йоҙаҡларға.
***
Ҡосаҡлаған саҡта һине ҡыҫып-ҡыҫып,
Рәхмәт һиңә – йылмайыуың өсөн.
Ҡысҡырһам да ҡай саҡ тамаҡ ярып,
Рәхмәт һиңә – тыныслығың өсөн.
Рәхмәт нурҙар һипкән ҡараштарың өсөн,
Һин булғанда ғына йылы төндәргә.
Һәм шыбырлап ҡына бар әйтелгән
Йөрәктәрҙән сыҡҡан серҙәргә.
Рәхмәт, йәнем!
Һин яндырған усаҡ
Ялмап алып мине көл итә.
Көлдән яралам да аҡҡош булып,
Мәңгелеккә һине йәр итәм.
Йондоҙ булып битем буйлап аға ҡыуанысым,
Ул йылыта, ул ялтырай, ҡабаланмай.
Күкрәгемдә ундай йондоҙ меңәрләгән!
Еңеллектән йәнем йырлай.
Кескәй таштар булып күҙҙән тама һағыштарым,
Ауырлыҡтан башым эйелә.
Бына шулай бушатыла күңел:
Ауыр таштар күҙгә төйөлә.
Тик йөрөтмә күңелеңдә таштар,
Яҡты йөҙөң тиҙҙән ҡарайыр.
Илап кипкән күҙҙән генә нурҙар
Ҡояшһыҙ көндә лә таралыр...