Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Февраль 2020, 12:10

Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда түҙәме ни февраль бураны...

* * * Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда Түҙәме ни февраль бураны! Күп кәрәкме инде! Йылы ҡараш Тойған буран һығ(ы)лып иланы. Тәҙрәләрҙе берсә һырып алды, Юлға ятып берсә туланы. Туң йөрәген тотоп (туңмы икән?), Ул ҡояштан былай һораны: — Аһ, ҡояшым! Ошо йөрәк менән Нисек кенә, әйтсе, йәшәнем? Ҡояш көлә! Көлә... Ә февралдең Күҙҙәрендә һаман йәш әле. (Яҙлығыуы микән яҙҙарымдың, Наҙ көҫәүе микән күңелдең... Өтөп алыр бер ҡарашың етте — Яҙ һыуылай ярһып түгелдем.) Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда Бөрө тиртмәҫ тимә тирәктәр. Ярһыу буран менән яҙ ҡояшын Осраштырыу кемгә кәрәктер? Мәңгелектең сере — мәңгелек шул, Тәрән йомаҡ, төпһөҙ күлдәрҙәй. ...Мәле еткәс йәрәшәләр икән Йәйғор менән йәшен күктәрҙә!

* * *
Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Түҙәме ни февраль бураны!
Күп кәрәкме инде!
Йылы ҡараш
Тойған буран һығ(ы)лып иланы.

Тәҙрәләрҙе берсә һырып алды,
Юлға ятып берсә туланы.
Туң йөрәген тотоп (туңмы икән?),
Ул ҡояштан былай һораны:

— Аһ, ҡояшым!
Ошо йөрәк менән
Нисек кенә, әйтсе, йәшәнем?
Ҡояш көлә!
Көлә...
Ә февралдең
Күҙҙәрендә һаман йәш әле.

(Яҙлығыуы микән яҙҙарымдың,
Наҙ көҫәүе микән күңелдең...
Өтөп алыр бер ҡарашың етте —
Яҙ һыуылай ярһып түгелдем.)

Ҡояш үҙе һөйөп ҡарағанда
Бөрө тиртмәҫ тимә тирәктәр.
Ярһыу буран менән яҙ ҡояшын
Осраштырыу кемгә кәрәктер?

Мәңгелектең сере — мәңгелек шул,
Тәрән йомаҡ, төпһөҙ күлдәрҙәй.
...Мәле еткәс йәрәшәләр икән
Йәйғор менән йәшен күктәрҙә!
Читайте нас: