Бөгөн башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, БР һәм РФ Журналистар союздары ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Әхмәр Ғүмәр улы ҮТӘБАЕВҡа -60 йәш!
Ниҙәр генә уйлап, нигә юрап
Бүләк иттең икән пар алма?
Янған йөрәк шифа табыр микән
Ни уйларға белмәй тәҙрәләрҙән
Ниндәй теләк-нәҙер әйттең икән-
Ике ҡулда –ике алһыу алма,
Һалып киттең тәрән уйҙарға.
Төштә түгел, өндә алма биреп
Оло юлға илтһә бер алмаһы,
Бер алмаһы тартты кирегә.
Бүленә (а)лмам тик шул икегә...
Ике ҡулда –ике алһыу алма,
Ә күңелдә - хистәр бураны.
Пар алмалар, тимен, бүләк итеп,
Ике ҡулда –ике алһыу алма-
Был йомаҡты нисек сисергә?
Әйтер һүҙең һинең аңламаһам,
Таба (а)лмаһам яуап кисер, ә?