Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ғинуар 2020, 14:08

Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе

Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе. Декабрь-ғинуар айҙарында республикала яңы китаптың исем туйҙары уҙҙы.Китаптың авторы – яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, кино ветераны, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов. Элекке йылдарҙа ул йырсы менән бергә эшләгән.

Өфөлә арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән йырсы Вәсилә Фәттәхова тураһында китап донъя күрҙе. Декабрь-ғинуар айҙарында республикала яңы китаптың исем туйҙары уҙҙы.
Китаптың авторы – яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, кино ветераны, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хәзимов. Элекке йылдарҙа ул йырсы менән бергә эшләгән.
Йыйынтыҡта уның биографияһы, интервьюлары, коллегалары, дуҫтары һәм туғандарының хәтирәләре тупланған. Китапҡа йырсыға арналған шиғырҙар ҙа ингән. Китапты нәшер итеүҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты, композитор Шамил Шәрипов ярҙам күрһәткән.
Вәсилә Фәттәховапопуляр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Тыуған яҡ» хитын башҡарыусы. Күп йылдар эстрадала эшләне, башҡорт һәм татар телдәрендә йырланы. Йырсының матур тауышы миллиондарса тыңлаусының күңелен яуланы. Ул 2016 йылдың 26 ғинуарында бала тапҡандан һуң өҙлөгөү сәбәпле вафат булды. Уға 36 йәш ине, ике балаһы ҡалды.
Читайте нас: