Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Ғинуар 2020, 09:10

Радий Хәбиров Салауат районы башлығының саҡырыуын ҡабул итте һәм яңы мәҙәниәт йортона баһа бирҙе

Ҡыйғы районы буйлап эш сәфәренән Өфөгә ҡайтышлай Радий Хәбиров Салауат районының Мөрсәлим ауылына инде. Декабрь аҙағында Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов Радий Хәбировты Мөрсәлим ауылы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына саҡырғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡортостан башлығы эш сәфәре барышында 1895 йылда уҡ төҙөлгән иҫке клубты ҡарағандан һуң хөкүмәткә ауылда яңы клуб һалыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.
"Бер йыл элек унда эш сәфәре менән килгән саҡта ҡурсаҡ театрынан кескәй, ләкин бик һәләтле артистар үҙҙәре эшләгән шаршау артында репетиция яһай ине. Хәҙер иһә бына ниндәй ҙур зал һәм сәхнә, китапхана һәм түңәрәктәр бар", — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Урындағы театр түңәрәге етәксеһе Татьяна Шайхитова һәм уның тәрбиәләнеүселәре яңы тамаша әҙерләгән. Яҡташтары уны иртәгә яңы, заманса клубты асыу тантанаһында ҡарай ала.
Читайте нас: