Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ғинуар 2020, 12:40

Һоғондороу йолаһы

Был үҙенсәлекле йола Урал аръяғында, беҙҙең районда ла таралған, шулай уҡ ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа бар. Аш ашап, бер талай ҡунаҡтар туйып алғас, хужа мотлаҡ “Һоғондороу” йолаһын башҡара: иң һимеҙ ит киҫәген һайлап ала ла ҡунаҡҡа һоғондора. Беҙҙең яҡтарҙа һалма менән ҡушып, майлы ит киҫәген тоҙлоҡҡа манып тороп һоғондоралар. Аҙағынан һыуһынға тоҙлоҡло һурпаға ҡорот иҙеп бирәләр. Күгәрсендә һоғондороу йолаһы менән бынан бер нисә йыл элек Үрге Бикҡужа ауылында осраштым. Ҡунаҡтарҙы ихласлап һыйлаған апай ҙа беҙҙең Урал аръяғыныҡы - Баймаҡтан булып сыҡты. Тик беҙҙең яҡтарға ғына хас булғанса табаҡҡа мул итеп туралмайса һалынған һимеҙ ит, тултырма, һалма бешергәйне ул. Ҡунаҡтарҙы һоғондороп һыйлауҙары –үҙе бер тамаша.

Был үҙенсәлекле йола Урал аръяғында, беҙҙең районда ла таралған, шулай уҡ ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа бар. Аш ашап, бер талай ҡунаҡтар туйып алғас, хужа мотлаҡ “Һоғондороу” йолаһын башҡара: иң һимеҙ ит киҫәген һайлап ала ла ҡунаҡҡа һоғондора. Беҙҙең яҡтарҙа һалма менән ҡушып, майлы ит киҫәген тоҙлоҡҡа манып тороп һоғондоралар. Аҙағынан һыуһынға тоҙлоҡло һурпаға ҡорот иҙеп бирәләр.
Күгәрсендә һоғондороу йолаһы менән бынан бер нисә йыл элек Үрге Бикҡужа ауылында осраштым. Ҡунаҡтарҙы ихласлап һыйлаған апай ҙа беҙҙең Урал аръяғыныҡы - Баймаҡтан булып сыҡты. Тик беҙҙең яҡтарға ғына хас булғанса табаҡҡа мул итеп туралмайса һалынған һимеҙ ит, тултырма, һалма бешергәйне ул. Ҡунаҡтарҙы һоғондороп һыйлауҙары –үҙе бер тамаша.
Эйе, һәр йоланың, ғөрөф-ғәҙәттең үҙ тәртибе, үҙ нескәлектәре бар. Халҡыбыҙҙың гүзәл йолаларын тергеҙеү, ҡулланыу, киләсәк быуынға өйрәтеү йәһәтенән Фәимә апайҙың был эше хуплауға лайыҡ. Ғөмүмән, аш-һыуға бик мул ҡуллы башҡорт халҡы. Хәйбуллала йәшәгән Ислам ағайым да, беҙ ҡунаҡҡа ҡайтыр булһаҡ, һарығын һуя һалып ебәрә. Әнүәр ҡартатайым да шулай сумарт булған. Һунар осоронда ҡыр өйрәге, ҡаҙ атып алып ҡайтып, бер кешегә икешәр-өсәр өйрәк-ҡаҙ иҫәбенән бешертеп, табын йыйыр булған. Хәтеремдә, аш һалһалар, итте табаҡҡа ҡутарып алалар ҙа, табында уҡ өлөшләп турап бирәләр ине. Хәҙер ошондай һыйлау кеүек аш-һыу йолалары бик һаҡланмаған. Ә бит был да беҙҙең милли асылыбыҙ, йөҙөбөҙ...
Һүрәттә: Фәймә апай һурпа һөҙә.
Читайте нас: