Мораҙым
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Ғинуар 2020, 15:05

Илһамиәт.

Күгәрсен ауылында йәшәп, татар телендә яҙышҡан үҙешмәкәр шағирә Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаның ижады менән “Мораҙым”, “Кызыл таң” гәзите, “Әллүки” балалар журналы уҡыусылары яҡшы таныш. Ул ололар өсөн дә, балалар өсөн дә ижад итә.Тиҙҙән “Мораҙым” район гәзитендә донъя күрәсәк "Ижади монолог" мәҡәләһендә шағирәнең тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге менән танышырһығыҙ. Әлегә һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙының бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Күгәрсен ауылында йәшәп, татар телендә яҙышҡан үҙешмәкәр шағирә Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙы Хәйбуллинаның ижады менән “Мораҙым”, “Кызыл таң” гәзите, “Әллүки” балалар журналы уҡыусылары яҡшы таныш. Ул ололар өсөн дә, балалар өсөн дә ижад итә.
Тиҙҙән “Мораҙым” район гәзитендә донъя күрәсәк “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмәһенең “Илһамиәт” рубрикаһында шағирәнең тормошо һәм ижади эшмәкәрлеге менән танышырһығыҙ.
Әлегә һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, Зөлфиә Ниязбәк ҡыҙының бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Тыуған илем – Башҡортостан
Мин бәхетлемен, Тыуған илем-
Башҡортостан, һиндә тыуғанға.
Бай тарихлы, бәрәкәтле ерем,
Сәсән телле халҡың булғанға.
Шағир- яҙыусылар һине данлай,
Йырҙа маҡталаһың бигерәк тә.
Рәссамдарың, оҫта фотографтар
Матурлығың бирә һүрәттә.
Йәшел урмандарың йәнлеккә бай,
Ҡоштарға бай болон –ҡырҙарың.
Мәғрүр тауҙар, бейек ҡая-таштар
Дауамылыр Уралтауҙарҙың.
Йылға, инеш, күлдәргә бай һин,
Бик шифалы эсәр һыуҙарың.
Һыуҙар ҡоромаһын, ныҡлы һаҡлайыҡ,
Еребеҙҙе улар һуғара.
Икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары
Тулҡынлана талғын елдәрҙә.
Ҡуйыныңда –бөтмәҫ байлыҡтарың –
Ер аҫтында ята тәрәндә.
Ҡурай моңо, башҡор балы тәме,
Тик һиңә хас, Тыуған илкәйем.
Татлы ҡымыҙың да бик шифалы,
Сихәт бирә тыуған еркәйем.
Батыр улың – ҡыйыу Салауат та,
Азатлығы өсөн көрәшкән.
Илен яҡлап бик күп ул-ҡыҙҙарың
Уның батырлығына тиңләшкән.
Халҡың ҡунаҡсыл, хеҙмәт һөйә
Ырап бара беҙҙең эшебеҙ.
Төрлө милләт халыҡтары менән
Дуҫ-туғандаш булып йәшәйбеҙ.
Милләтте, телебеҙҙе һаҡлайыҡ,
Ил яҙмышы беҙҙең ҡулдарҙа.
Балаларға дөрөҫ юл күрһәтһәк,
Тайпылмаҫтыр улар юлдарҙан.
Суверенлы булдың, Башҡортостан,
Мортаза аҡһаҡалға ҙур рәхмәт!
Халҡым айыҡ тормош алып барһа,
Иманлы булып йәшәрбеҙ рәхәт!
Шөкөр итеп матур йәшәйек, дуҫтар,
Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына.
Үҙебеҙҙән матур эҙ ҡалдырайыҡ,
Үрнәк булып килер быуынға.
Әниемдең мейес икмәге
Мейес икмәге, икмәк еҫе...
Бала саҡ хәтирәһе,
Шундай тәмле икмәк еҫен
Нисек һуң онотаһың?!
Әни табаны йылытып,
Икмәген әүәләй ҙә,
Әҙерәк ҡамыр бүлгеләп,
Ҡабартмаға ҡалдыра.
Унан инде мейес яға,
Утын яна сырт та сырт.
Шул саҡтар иҫкә төшә лә,
Һағындыра бала саҡ.
Утын янып, күмерләнгәс,
Күмерен тигеҙләй ҙә,
Майлы табала ҡабартма
Бешереп ала ине.
Икмәге ҡабарып тулғас,
Күмерен тартып ҡына,
Рәтләп теҙеп табаларҙы
Бешерә ине икмәк.
Икмәк һалған көндәр беҙгә
Була ине ҙур байрам.
Ә тәме һуң!
Ә еҫе һуң!
Тәмле ине бит хайран.
Шул күмәстең еҫен, тәмен
Онота алмайым һаман.
Һәр ваҡыт та шул саҡтарҙы
Һағынып иҫкә алам.
Моңһоу көҙ
Тәбиғәт тә моңһоуланды,
Көҙҙәр етте.
Ҡабаланып йылы яҡҡа
Ҡоштар китте.
Ағастарҙан яйлап ҡына
Япраҡ оса.
Һәм уларҙы өйөрөлтөп
Елдәр ҡоса.
Ҡабаланып ергә тағын
Ямғыр яуа.
Һиҙәһеңме? Көҙҙәр етте,
Һалҡын һауа.
Булһын дуҫлыҡ, булһын татыулыҡ!
Ялан-ҡырҙар, иген баҫыуҙары,
Туҡ башаҡтар йәмләй илемде.
Зәңгәр күктә һабантурғайҙары
Дәртләндерә моңһоу күңелде.
Урман аҡланында, уяҙҙарҙа-
Шау сәскәләр, бешкән еләктәр.
Ағас япраҡтары шыбырлашып,
Тирбәләләр талғын елдәрҙә.
Күк йөҙөбөҙ һәр саҡ аяҙ булһын,
Ә еремдә булһын тыныслыҡ.
Халыҡ араһында булһын гелән
Татыулыҡ, берҙәмлек, дуҫлыҡ!
Уй һәм мин
Уйым менән күккә күтәреләм,
Хыял илдәрендә осам мин.
Болотларға ятып бәүеләм мин,
Ҡояш нурын, гүйә, ҡосам мин.
Шундай рәхәт!
Бигерәк тыныс бында,
Бер ҡайғы юҡ, бер ни кәрәкмәй.
Уйлар һәм мин – беҙ үҙебеҙ генә,
Беҙгә башҡа ниҙер кәрәкме?
Аҙмы-күпме булам да күгемдә,
Ысынбарлыҡҡа ҡайтам әйләнеп.
Тормош ағымына ҡушыламын,
Мәшәҡәттәренә бәйләнеп.
Яңылышыу
(таныш ҡатын һөйләгәндәрҙән)
Ҡайғы төштө башыма,
Һыңар ҡанатым һынды.
Тик минең өсөн, гүйә,
Күктәге ҡояш һүнде.
Бар ҡайғымды йыуырға
Хәмер алдым ҡулыма.
Шундай “яҡшы” иптәштәр
Осранылар юлымда.
Шешә тотоп киләләр,
Мине маҡтай үҙҙәре.
“Шайтан һыуы” тураһында
Бар һөйләгән һүҙҙәре.
Кинәттән айнып киттем,
Тирә-йүнемә бағам:
Хәмер тоҙағы һөйрәй,
Упҡынға төшөп барам.
Үҙгәртеп тормошомдо,
Үҙемде ҡулға алдым.
Яңылыш аҙымым миңә
Шундай ҙур һабаҡ булды.
Хәмер менән еңеләйтеп
Булмай икән ҡайғыны.
Белдем хәҙер: был тормошта
Хәмер –иң-иң тайғағы.
Сихәт алам
Сихәт аламын йәнемә
Яҡшы эш ҡылған саҡта.
Кемгәлер тейһә ярҙамым,
Уға бик ауыр саҡта.
Тәндәремә сихәт алам,
Йән тыныслығы булһа.
Яҡындарым һәр саҡ көлөп,
Шатланып ҡына торһа.
Сәймә әбей тәкәһе
Хәтирә әбей кәзәһе
Өс бәрәс алып ҡайтҡан.
Һөт етмәҫ тип, бер бәрәсте
Сәймә әбейгә һатҡан.
Сәймә әбей бик ҡәҙерләп,
Шул бәрәсте үҫтергән.
Һыйырҙың ҡуйы һөтөн
Тик бәрәскә эсергән.
Сәймә әбейҙең тәкәһе
Тейҙе инде теңкәгә.
“Һөҙгәк” тигән ҡушаматты
Таҡтылар бит тәкәгә.
Арҡанлап бәйләгән ерҙән
Ысҡынып киткән сығып.
Осраған бала сағаны
Һөҙөп киткән ул йығып.
Сәймә әбей яйын тапты:
Яюып ҡуйҙы һарайға.
Ит тә кәрәк, ҡарар итте
Байрам көнө һуйырға.
Читайте нас: