Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Ғинуар 2020, 14:20

Иҫкесә Яңы йылды – урамда

...Көн артынан көн үтеп кенә тора. Бер байрамды матур үткәрҙек, Яңы йылды ҡаршы алдыҡ, шөкөр, тип тын алырға ла өлгөрмәнек, икенсеһе – иҫкесә Яңы йыл да килеп етте. “Ғүмер тигәнең шулай инде ул, балалар!” – тип Ҡыш бабай ҙа уфтанып ҡуйҙы. “Эйе, әле яңы ғына клубыбыҙҙа балалар өсөн Шыршы байрамы, өлкәндәргә айырым “Хуш киләһең, Яңы йыл!” кисәһе үткәргән инек, һә тигәнсе Иҫке Яңы йыл да килеп етте. Әйҙә, был сараны ауылыбыҙ урамында үткәрәйек әле, Ҡыш бабай, нисек уйлайһың?!”- тип тәҡдим индерҙе Үрге Мөрсәләй ауыл клубы мөдире Рәхимә Сәмиғуллина. Шулай эшләнеләр ҙә.

...Көн артынан көн үтеп кенә тора. Бер байрамды матур үткәрҙек, Яңы йылды ҡаршы алдыҡ, шөкөр, тип тын алырға ла өлгөрмәнек, икенсеһе – иҫкесә Яңы йыл да килеп етте. “Ғүмер тигәнең шулай инде ул, балалар!” – тип Ҡыш бабай ҙа уфтанып ҡуйҙы.
“Эйе, әле яңы ғына клубыбыҙҙа балалар өсөн Шыршы байрамы, өлкәндәргә айырым “Хуш киләһең, Яңы йыл!” кисәһе үткәргән инек, һә тигәнсе Иҫке Яңы йыл да килеп етте. Әйҙә, был сараны ауылыбыҙ урамында үткәрәйек әле, Ҡыш бабай, нисек уйлайһың?!”- тип тәҡдим индерҙе клуб мөдире Рәхимә Сәмиғуллина. Шулай эшләнеләр ҙә.
Бәләкәй генә ауылыбыҙҙың балалары был сараға дәррәү йыйылды.
Балалар өсөн шыуа торған тау ҙа, ярыш, уйындар өсөн урын да, самауыр ултыртып балаларҙы сәй эсерә торған өҫтәл дә әҙер ине. Бына санаһында елдереп Ҡыш бабай ҙа килеп етте. Ул бик алсаҡ, күңелсәк, балалар күҙ алдына килтергәнсә бик йомарт бабай булып сыҡты. Уйындарҙы бергә уйнап, күстәнәстәрен таратты, хатта тоғонда ҡоймаҡ, көлсә кеүек күстәнәстәре лә бар ине. Аҙаҡтан инде шажлап ҡайнап ултырған самауыр янында балалар сәй эсте. Рәхимә инәйҙәре ҡайнар сәй янына яңы ғына бешергән пирожкиларын да алып сыҡты. Бик ҡыуанып, дәрт-дарман алып таралышты балалар.
Гүзәлиә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Үрге Мөрсәләй ауылы.
Читайте нас: