Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ғинуар 2020, 12:08

Һынамыштар

Һынамыштар*Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа. *Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була. *Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа - һыуыҡҡа, томан төшһә - йылыға. *Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр. *Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр. *Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.

*Ғинуарҙың көнө ҡыҫҡа, февралдең айы ҡыҫҡа.
*Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була.
*Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа - һыуыҡҡа, томан төшһә - йылыға.
*Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
*Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр.
*Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.
*Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуа.
*Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
*Ҡыш көнөндә урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.
*Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.
*Ҡыш урман шаулаһа, йылы көндәр көт.
*Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көндәр яйҙы әйтер.
*Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр,
ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.
*Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
*Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.
*Ел булһа, тары уңыр, томан булһа, һоло уңыр.
*Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.
Читайте нас: