Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Ғинуар 2020, 12:21

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө

Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы:Хөрмәтле Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!

Хөрмәтле Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!
Был матур байрам ижади хеҙмәте менән берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеп, әхлаҡи йүнәлеш биреүсе, йәмәғәт фекерен булдырыусыларҙы берләштерә. Баҫма материалдарҙа көндәлек тормошобоҙ ваҡиғалары сағылыш таба, ә улар, үҙ сиратында, район , республика, ил йылъяҙмаһын яҙа.
Һәр кем ыңғай үҙгәрештәр, яңылыҡтар һәм төрлө хәлдәр хаҡында хәбарҙар булыу мөмкинлегенә эйә. Һеҙҙең хеҙмәт менән кесе Ватаныбыҙ, ил тарихы яҙыла.
Ветерандарға күп йыллыҡ һәм һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, ижади уңыштар, яңы үрҙәр, күп тираж теләйем.

Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: