Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ғинуар 2020, 12:04

Йолаларҙы һаҡлай "Сәңкемдәр"

- Быйылғы фольклориада мәҙәниәтебеҙ өсөн бик мөһим ваҡиғаларҙың береһе булыр, моғайын. Беҙ ҙә был тәңгәлдә әүҙем генә эшләйбеҙ, әлеге көндә репертуарҙы тулыландырыу, костюмдарҙы яңыртыу эштәре менән мәшғүлбеҙ. Бөтә илдән килгән ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршылау, уларҙы үҙебеҙҙең төбәктең бай, матур йолалары, башҡорт тигән бөйөк халыҡтың ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу – төп бурыстарыбыҙҙың береһе, - ти Тәүәкән мәҙәниәт йортоноң "Сәңкем" фольклор ансамбле етәксеһе Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимова.

Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы була. Үҙенсәлекле мәҙәни сара тәүге тапҡыр 1996 йылда Голландияла үтә, унан һуң Японияла, Венгрияла ла ойошторола, 2012 йылда иһә - Көньяҡ Кореяла, 2016 йылда - Мексикала.
Унда, ғәҙәттә, 60-80-ләп ил ҡатнаша. Фольклор байрамын Башҡортостанда уҙғарыу тураһында ҡарар 2015 йылдың октябрендә ҡабул ителгән.
Төп саралар 18 июлдән 1 авгусҡа ҡәҙәр үтәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унда республиканың барлыҡ райондары менән бер рәттән 5 ҡитғанан вәкилдәр һәм 100-ҙән ашыу коллектив ҡатнашыуы көтөлә.

Беҙҙең районда ла бихисап фольклор ансамблдәре эшләй, шуларҙың береһе - Тәүәкән мәҙәниәт йортоноң «Сәңкем» фольклор ансамбле.
Был коллектив 2002 йылдан алып эшләй. «Сәңкемдәр» районда ғына түгел, республика кимәлендәге сараларҙа ла, ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә әүҙем ҡатнаша. «Ашҡаҙар таңдары», «Тере шишмәләр», «Халыҡ ынйылары», «Яратам һине, тормош!», «Еңеү Салюты», «Фольк-тайм» кеүек республика бәйгеләрендә, фестивалдәрендә ҡатнашып, лауреат исемдәренә лайыҡ булған. Урындағы ауыл йолаларына ла ҙур иғтибар бирә улар. Ата-бабалаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тамашаларҙа һаҡлап ҡалырға, йәш быуынға еткерергә тырышалар, йәштәрҙең никахлашыу сараларын да башҡорт халҡының бай йолалары менән үткәрәләр.

- Быйылғы фольклориада мәҙәниәтебеҙ өсөн бик мөһим ваҡиғаларҙың береһе булыр, моғайын. Беҙ ҙә был тәңгәлдә әүҙем генә эшләйбеҙ, әлеге көндә репертуарҙы тулыландырыу, костюмдарҙы яңыртыу эштәре менән мәшғүлбеҙ. Бөтә илдән килгән ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршылау, уларҙы үҙебеҙҙең төбәктең бай, матур йолалары, башҡорт тигән бөйөк халыҡтың ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу – төп бурыстарыбыҙҙың береһе, - ти коллектив етәксеһе Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимова.

«Сәңкемдәр» тураһында тулы мәҡәлә «Мораҙым» гәзите биттәрендә лә донъя күрер.
Читайте нас: