Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Ғинуар 2020, 16:47

Яңы йылға ҙур бүләк

Тәүәкән күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда “Яңы йыл бал-маскарады" үтте. Тамашасылар өсөн “Яңы йыл мажаралары” исемле ҡыҙыҡлы тамаша тәҡдим ителде.

Тәүәкән күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда “Яңы йыл бал-маскарады" үтте. Тамашасылар өсөн “Яңы йыл мажаралары” исемле ҡыҙыҡлы тамаша тәҡдим ителде.
- Мәсекәй, Бесәй, Сусҡа, Ҡар бабай, Сысҡан ролдәрен башҡарған артистарыбыҙ ҡыҙыҡлы һәм мажаралы әкиәттә ҡатнашып тамашасыларға байрам кәйефе өҫтәне. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстарҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты һәм аҙаҡ бүләк алды.
Теләүембәт ауыл хәкимиәте башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов менән "Тәүәкән" йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов байрам менән ҡотлап мәҙәниәт йортобоҙға, Тәүәкән урта мәктәбенә, "Бәпембә" балалар баҡсаһына республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың бүләктәрен - киң экранлы телевизорҙарҙы тапшырҙы, матур теләктәрен еткерҙе, - тип хәбәр итте мәҙәниәт йорто етәксеһе Гөлдәр Әбдрәхимова.
Читайте нас: