Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Декабрь 2019, 15:55

Ай, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, һәр кемгә таныш бабай...

Аҡтан-аҡ, пактан-пак миҙгелдең иң мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле байрамы ул – Ҡыш бабайҙар парады. Юғиһә бер юлы бер нисә тиҫтә Яңы йыл ҡунағын тағын ҡайҙа күрер инек әле беҙ?! Йола буйынса район үҙәгендә уҙғарылған был сара быйыл тағы ла күңеллерәк үтте.

Бәхеткә күрә, ҡаты һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыш бабайҙарҙы һағынып көтөүселәр байтаҡ булып сыҡты. Боҙ ҡаласығына ата-әсәләре менән килгән балалар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә байрамға әүрәп китеп, Яңы йылдың хөрмәтле ҡунаҡтары менән бергә шыршы тирәләй әйләнде, Яңы йыл йырҙарын иҫкә алды. Башҡорт-татар көйҙәренә бейергә, заманса йырҙарға тән яҙлыҡтырырға ла аптыраманылар. Төрлө ауыл биләмәләренән килгән Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар һәм башҡа әкиәт персонаждары сәхнәгә менеп тә көс һынашты.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина бөтәһен дә яҡынлашып килеүсе Яңы йыл байрамы менән ихлас тәбрикләп, аҡ теләктәрен еткерҙе. Мең мәшәҡәтен онотоп матур сараға килеүсе, әүҙем ҡатнашыусы ауыл биләмәләре таланттарын район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Читайте нас: