Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Декабрь 2019, 17:00

Мораҡта кинозал асылды

Мораҡта яңы кинозал асылды. Тәүге көн тамашасыларға Булат Йосоповтың “Тәүге Республика” фильмы күрһәтелде. Афишала балалар һәм өлкәндәр өсөн фильмдар урын алған. Улар әлегә көнөнә өс тапҡыр күрһәтеләсәк.

2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһының барлыҡ тораҡ пункттарында кинозалдарға ярҙам итеү бөтә Рәсәй программаһына старт бирелгәйне. Уға ярашлы, 2019 йылдан алып 500 меңгәсә кеше йәшәгән ауылдарҙа милли фильмдарҙы күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса эшләнәсәк саралар 2019-2024 йылдарға “Мәҙәниәт” милли проектына индерелде.
Беҙҙең район кинозалдар булдырыу буйынса конкурстың һайлап алыу турында ҡатнашты һәм еңеүселәр исемлегенә инде. Кинозал асыу өсөн илебеҙ кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам итеү федераль фондынан 5 млн аҡса бирелгән.
Бер нисә ай эсендә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы реконструкцияланған һәм өр-яңы төҫ алған. Уҙған аҙна аҙағында унда урынлашҡан кинозал тантаналы асылды.
Тәүге көн тамашасыларға Булат Йосоповтың “Тәүге Республика” фильмы күрһәтелде. Афишала балалар һәм өлкәндәр өсөн фильмдар урын алған. Улар әлегә көнөнә өс тапҡыр күрһәтеләсәк.
Читайте нас: