Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Декабрь 2019, 11:25

Урал ғына тауҙың, ай, башында Урай-урай үҫкән бер ҡурай... Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенә – 50 йыл

Урал ғына тауҙың, ай, башында Урай-урай үҫкән бер ҡурай. Шул ҡурайҙы алып, бер тартты ниһәң, Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай. Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбенең ҡурай бүлеге тәүҙә 1978 йылда Юлдыбай ауылында филиал булараҡ ҡына асыла. Ошо йылдар эсендә бик күптәрҙе башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы –ҡурай серҙәренә төшөндөрә, һәләттәрен аса. Өфө сәнғәт училищеһында белем алып ҡайтҡан Рәфис Ҡунысбаев ҡурай бүлеген 1980 йылға тиклем етәкләй. Тәүге уҡыусылар - Р. Айытҡужин, Х. Әмирханов, Р. Ишдәүләтов, Д.Әминев, С. Алламоратов, З. Иҙрисов, Ш. Вәлиев, С. Ҡунысбаев, Г. Аллағужин, А. Килсенбаев, Ғ. Теүәлбаев, Х. Ибраһимов, Р. Хөсәйенов, В. Вәлиев, М.Исмәғилев, Ф. Минлебаевтар. Улар ҙур теләк һәм дәрт менән сәнғәт мәктәбенең филиалында ҡурай уйнау нескәлектәренә өйрәнә.

Урал ғына тауҙың, ай, башында
Урай-урай үҫкән бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы алып, бер тартты ниһәң,
Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай.
Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ сәнғәт мәктәбенең ҡурай бүлеге тәүҙә 1978 йылда Юлдыбай ауылында филиал булараҡ ҡына асыла. Ошо йылдар эсендә бик күптәрҙе башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы –ҡурай серҙәренә төшөндөрә, һәләттәрен аса. Өфө сәнғәт училищеһында белем алып ҡайтҡан Рәфис Ҡунысбаев ҡурай бүлеген 1980 йылға тиклем етәкләй.
Тәүге уҡыусылар - Р. Айытҡужин, Х. Әмирханов, Р. Ишдәүләтов, Д.Әминев, С. Алламоратов, З. Иҙрисов, Ш. Вәлиев, С. Ҡунысбаев, Г. Аллағужин, А. Килсенбаев, Ғ. Теүәлбаев, Х. Ибраһимов, Р. Хөсәйенов, В. Вәлиев, М.Исмәғилев, Ф. Минлебаевтар. Улар ҙур теләк һәм дәрт менән сәнғәт мәктәбенең филиалында ҡурай уйнау нескәлектәренә өйрәнә.
1980 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлап, эшкә Барый Минлебаев ҡайта. 1983 йылдаЮлдыбай ауылындағы филиал ябыла һәм Мораҡта музыка мәктәбе асыла. Барый Рәхмәт улы унда 1985 йылға тиклем эшләй. Ҡурай бүлеген етәкләгән йылдарҙа ул балаларҙа ғына түгел, ауыл халҡында ла ҡурайға хөрмәт, һөйөү тәрбиәләй, күптәрҙе уйнарға өйрәтә. Бәлки шуғалыр ҙа, Юлдыбайҙа ҡурай моңона ғашиҡ халыҡ йәшәй.
1994 йылдан 1997 йылға тиклем Барый Миңлебаевтың талантлы уҡыусыларының береһе Нәғим Нуриманов эшләй.
Ә 1997 йылдан иһә Мораҡ сәнғәт мәктәбенең ҡурай бүлегендә - Юлай Ҡыҙрасов, 1999 йылда - Салауат музыка училищеһын тамамлаған Замир Харрасов, 2003-2005 йылдарҙа Фәһим Ғайсин эшләй.
Бөгөн сәнғәт мәктәбенең ҡурай бүлеген Юлай Ҡыҙрасов етәкләй.
Юлай Вәлиша улы БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының “Иң яҡшы уҡытыусы” дипломы менән бүләкләнә, 2001 йылда “Урал бөркөтө” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә Дипломға лайыҡ була. 2011 йылда уға Мәҙәниәт министрлығының аттестация комиссияһы тарафынан юғары квалификациялы категория тапшырыла.
Юлай Вәлиша улы - ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы. Юғиһә, әле ҡурайҙың нимә икәнлеген дә белмәй килгән бәләкәстәргә башҡорт милли музыка ҡоралында уйнау нескәлектәрен, серҙәрен өйрәтеп, башҡарыу кимәлен күтәрә алыр инеме?
2003 йылда уның башланғысында ойошторолған уҡыусыларҙан торған ҡурайсылар ансамбленә БР Мәҙәниәт министрлығы “өлгөлө” исеме бирә. Ансамбль төрлө йылдарҙа республика һәм төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашып, күп тапҡыр лауреат була.
Читайте нас: