Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
20 Декабрь 2019, 16:05

Театрға һыуһамаһын күңелдәр!

Эй был ваҡыт тигәнең!.. Әле генә район мәҙәниәт һарайында Театр йылын асыу тантанаһына йыйылғайныҡ, күҙ асып йомған арала исемле йылды йомғаҡлау мәле лә килеп еткән. Бай йөкмәткеле сара, ысынлап та, ҙур театр байрамына әүерелде. Театрға һыуһап килгән күңелдәрҙең һыуһынын баҫты, бер көлдөрҙө, бер яҡты һағышҡа сорнаны. Көлдөрҙө тигәндән... Яңы йыл байрамдарының яҡынлашып килеүен иҫтә тотоп, тамашасы иғтибарына тәҡдим ителгән театрлаштырылған тамаша халыҡтың кәйефен, күңелен күтәреү маҡсатынан сығып ҡоролған ине. Был дөрөҫ тә. Күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар, илатҡыс “мелодрамалар” беҙҙең тормошта аҙым һайын. Исмаһам, был байрамда бар донъя мәшәҡәттәренән арынып, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге булды. Бының өсөн ҙур тырышлыҡ һалған район мәҙәниәт һарайы артистарына, Бикбулат, Күгәрсен ауылы мәҙәниәт йорттарының халыҡ театры таланттарына, Исем, Хоҙайбирҙин, Ишбирҙе ауылы мәҙәниәт усаҡтарында уңышлы эшләп килгән театр коллективтарына “афарин”дан башҡа нимә әйтәһең? Киләсәктә лә күңелдәрҙе театрға һыуһатмауҙарына өмөтөбөҙ ҙур. Театр йылын ябыу тантанаһы тураһында мәҡәләне “Мораҙым” гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.

Эй был ваҡыт тигәнең!.. Әле генә район мәҙәниәт һарайында Театр йылын асыу тантанаһына йыйылғайныҡ, күҙ асып йомған арала исемле йылды йомғаҡлау мәле лә килеп еткән. Бай йөкмәткеле сара, ысынлап та, ҙур театр байрамына әүерелде. Театрға һыуһап килгән күңелдәрҙең һыуһынын баҫты, бер көлдөрҙө, бер яҡты һағышҡа сорнаны.
Көлдөрҙө тигәндән... Яңы йыл байрамдарының яҡынлашып килеүен иҫтә тотоп, тамашасы иғтибарына тәҡдим ителгән театрлаштырылған тамаша халыҡтың кәйефен, күңелен күтәреү маҡсатынан сығып ҡоролған ине. Был дөрөҫ тә. Күңелһеҙ хәл-ваҡиғалар, илатҡыс “мелодрамалар” беҙҙең тормошта аҙым һайын. Исмаһам, был байрамда бар донъя мәшәҡәттәренән арынып, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге булды.
Бының өсөн ҙур тырышлыҡ һалған район мәҙәниәт һарайы артистарына, Бикбулат, Күгәрсен ауылы мәҙәниәт йорттарының халыҡ театры таланттарына, Исем, Хоҙайбирҙин, Ишбирҙе ауылы мәҙәниәт усаҡтарында уңышлы эшләп килгән театр коллективтарына “афарин”дан башҡа нимә әйтәһең?
Киләсәктә лә күңелдәрҙе театрға һыуһатмауҙарына өмөтөбөҙ ҙур. Театр йылын ябыу тантанаһы тураһында мәҡәләне “Мораҙым” гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: