Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Декабрь 2019, 16:35

Йөрәктәргә ялҡын һала гармуныңдың моңдары…

РИШАТ БӘҘРЕТДИНОВ, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз баянсы:- Әтәс ҡысҡырғансы мунсала гармун уйнап таң аттырмаһам да, табуретка ҡосаҡлап йөрөп өйрәндем инде (көлә). Миндә ул ваҡытта сәхнәләрҙән төшмәгән, көйҙәре радио, телевидение аша яңғырап торған гармунсыларыбыҙ Бәхти Ғайсин, Редик Фәсхетдинов, Миңләхмәт Ғәйнетдиновтар кеүек билдәле булыу теләгенән бигерәк, ябай ғына йыр көйөн дә йөрәккә үтеп инерҙәй итеп уйнарға өйрәнеү теләге көслө ине. Эй, янам, эй уйнағы килә! Гармун ғына юҡ. Балаһының өҙгөләнгәнен күрепме, атай-әсәйҙәрем Өфөнән “Малыш” тигән йәшел аккордеон алып ҡайтты (иҫтәлек итеп һаҡлармын тип уйлағайным да, энекәштәргә биреп, ҡулдан-ҡулға китеп юғалып ҡуйҙы). Шулай әҙерәк тоттом да мин уны –бөттө. Башҡаса гармунға яҡын да килмәнем. Туйҙыммы, ялҡтыммы, әллә гармун оҡшаманымы - белмәйем, әммә көйөн ишеткем дә килмәй башланы. Гармун ҡунаҡланы шифоньер башына (элек шифоньер башы һандыҡтан ҡала килә иң ҡәҙерле әйберҙәрҙе генә һаҡлай торған урын була торғайны). Атай-әсәйҙе тыңламай аҙыраҡ тиҫкәреләнер булһам, әрләмәйҙәр ҙә, шул гармун торған ергә ымлап күрһәтә торғайнылар (көлә). Шунан мин тыңлаусан ғына балаға әйләнәм, нимә ҡушһалар ҙа риза булып ҡына башҡарам (шөрләтә, гармунда уйнау түгел, ҡулға тотҡо ла килмәй), бөтә эште йүгереп йөрөп эшләп ҡуям. Нимә сәбәпсе булғандыр инде гармундан баш тартыуға – иҫтән сыҡҡан...

Район, республика кимәлендә ниндәй генә байрам саралары, ниндәй генә концерт –тамашалар үтмәһен, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты, виртуоз гармунсы Ришат ағай Бәҙретдинов гармунын тотоп һәр ваҡыт сәхнәлә.
Гармунсы булырға ул бала саҡтан хыяллана. Шул саф хыялы уны сәнғәт донъяһына әйҙәй ҙә инде.
- Гармун булмағас, яурынға табуретка аҫып, күҙлек эләктереп, үҙемде Редик Фәсхетдинов, Миңләхмәт Ғәйнетдинов кеүек билдәле гармунсы итеп күҙ алдына килтереп уйнай торғайным. Тик уҡырға ингәндә мин дирижерлыҡҡа эләктем. Күңел ятмағас, уҡығы килмәй, гастролдәр менән сығам да китәм. Концерттар менән йөрөп, дәрестәр ҡалып бөттө, атайымды ла саҡыртып бөттөләр. “Ниндәй эш боҙҙоң, улым?” – тип атай борсола, бер ниндәй ҙә эш боҙманым, гастролдәрҙә йөрөнөм, бер юлға минең өсөн ҡыҙарһаң да, киләсәктә ғорурланырһың әле, тип тынысландырҙым. Һәм бына атайыма биргән ошо һүҙҙәрем, ысынлап та, тормошҡа ашты. Ата –әсәйемде ғорурландырыу ҙа бала саҡ хыялы ине, - ти Ришат Фәнис улы.
Читайте нас: