Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Декабрь 2019, 13:10

Әҙибәне иҫләп, хәтер яңырттыҡ

Кисә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәттә булып, күптәргә оло ижади донъяға фатиха биргән күренекле яҙыусыны хәтергә алды. Һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнгән ижади сәфәр быйыл – нәшриәттең – 100, яҙыусылар союзының 85 йыллығына арналды.

Кисә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәттә булып, күптәргә оло ижади донъяға фатиха биргән күренекле яҙыусыны хәтергә алды. Һуңғы йылдарҙа матур йолаға әйләнгән ижади сәфәр быйыл нәшриәттең – 100, яҙыусылар союзының 85 йыллығына арналды.
Йорт – музей мөдире Зәбирә Кәримова музей тарихы, экспонаттар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Әйткәндәй, былтыр уның асылыуына 20 йыл тулды. Әлеге көндә бында 475 экспонат иҫәпләнә. Уларҙың араһында Зәйнәб Абдулла ҡыҙының ижадын, тормош юлын сағылдырған шәхси әйберҙәре, аудио-видеояҙмалар, һирәк осраған фотоһүрәттәр, хаттары, китаптары ла бар. 26 фотостендта әҙибәнең тормошо, ижади эшмәкәрлеге һүрәтләнә: 1924-1930 йылдарҙа Ырымбурҙа Карауанһарайҙа уҡыған осоро, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары, яҙыусылар, ауылдаштары араһында, уҡыусылар менән осрашыуҙа төшкән фотолары - үҙе бер тарих.
Ҡунаҡтарҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны, моғайын, яҙыусының эш бүлмәһе мөхитен сағылдырған мөйөш булғандыр. Унда яҙыусының эш өҫтәленән тыш, яратып ҡулланған сынаяҡтары, икмәк һауыты, самауыры, сәғәте, ҡасандыр уның бүлмәһендә элеүле торған картинкалар ҙа бар.
Тарихи урындарҙа булыу, бөйөк шәхестәребеҙҙең эҙҙәре буйлап үтеү, рухи хазиналарыбыҙҙы барлау – ижад кешеләре өсөн үҙе бер оло ваҡиға, үҙе бер илһамлы мөхит булдыра.
Осрашыу аҙағында йәмәғәт һорауҙары буйынса нәшриәт директоры урынбаҫары Айрат Тимербаев музейға яңы китаптар бүләк итте, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Туйөмбәттән ҡайтышлай ижади төркөм Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәнгә лә һуғылды, ауылды ҡарап, китапхана, музей эшмәкәрлеге менән танышты.
Читайте нас: