Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Декабрь 2019, 10:30

Алдаҡсы Ҡыш бабай

...Тә-ә-әк... Ҡыҙыл танау, зәп-зәңгәр күҙҙәр, аҡһыл мыйыҡ... Әһә! Бөтә яғы ла тап килә! Үәт, ҡарт иҫәр, оло башыңа “Мин – Ҡыш бабай” тип бала-сағаны алдап йөрөмәһәң, ояла ла белмәй, исмаһам!

...Тә-ә-әк... Ҡыҙыл танау, зәп-зәңгәр күҙҙәр, аҡһыл мыйыҡ... Әһә! Бөтә яғы ла тап килә! Үәт, ҡарт иҫәр, оло башыңа “Мин – Ҡыш бабай” тип бала-сағаны алдап йөрөмәһәң, ояла ла белмәй, исмаһам!
Беҙҙең урам балаларының, йәғни тартайҙарҙың тыпырсынып көтөп алған байрамы Яңы йыл ине. Һәр өйҙә йәшел шыршы иң түрҙән урын ала. Ҡайһыбыҙҙыҡы матурыраҡ биҙәлгән икән, тип өй беренсә йөрөп был Яңы йыл атрибутына баһа бирәбеҙ. Клубта шау-гөр килеп үткән “маскарад”ҡа юлдар ябыҡ. Йәнәһе, танауҙар кипмәгән әле. Беҙгә ни, нәфсебеҙ ҙур түгел, тере Ҡыш бабайҙы күрһәк, күстәнәсенән ауыҙ итһәк, шул буйтым етте.
Белһәгеҙ икән, ҡыңғыраулы аттарҙа ҡыҙыл бәрхәт менән тышланған санаһында батшалай ултырған аҡһаҡалтайҙың йомартлығын!.. Арҡаһына аҫҡан тоғона хатта үҙенең көсө етмәй. Ул интегеп беҙҙе эҙләп йонсомаһын, йәиһә юғалтып ҡуймаһын тип, беҙ саналарҙы паровоз итеп теҙеп шыуған Землямер (“мир” һүҙенән түгел, ер үлсәү мәғәнәһендә) тауын ваҡытлыса урам уртаһындағы ҡалҡыулыҡҡа алмаштырып торабыҙ. Бик текәлеге менән маҡтана алмаһа ла, саналар унан ишеү шәберәк төшә. Өҫтәүенә Ҡыш бабайға ла йәтеш – ҡарға бата-сума тауға үрләһе түгел. Йәше лә апаруҡ баралыр, юғиһә маңлай сәстәре, бөҙрәләнеп торған һаҡал-мыйығы ап-аҡтан булмаҫ ине.
Ҡыңғырауҙар сыңлағанын ишетеүебеҙ була, янып торған ҡыҙыл сапанын кейгән кумирыбыҙҙың ҡаршыһына аҡырышып-баҡырышып йүгерәбеҙ. Аттарының да эйәһенә оҡшауын әйт! Шул тиклем аҡыллылар! Берлиндың үҙен алған кеүек сыр-сыу килешеп оло ҡунаҡҡа ябырылған ыбыр-сыбырҙан дулап өркмәйҙәр ҙә.
- Аһа-һай! Иҫән-һауһығыҙмы, балалар! Алыҫтарҙан килдем, бына, һеҙгә күстәнәс! – тип, ап-аҡ ҡарға услап-услап кәнфиттәр һибә лә, беҙҙең рәхмәт әйткәнде лә тыңлап тормайынса, юлын дауам иттерә.
Ә уның тылсымлы ҡулынан төшкән кәнфиттәрҙең тәмлелеге! “Маска”, “чайная”, “малышка”, “гусиные лапки”... Менделеев таблицаһының бөтә элементтары тупланған хәҙерге “чипсы”, “кириешки” түгел инде улар, ып-ысын, тәбиғи татлыҡайҙар. Тәүҙә ҡомһоҙлашып, талаша-талаша кемуҙарҙан тәмлекәстәрҙе йыйып алабыҙ, артабан уртаға һалып кемдеке күберәк икәнлеген асыҡлайбыҙ, аҙаҡ бер-беребеҙ менән ихлас бүлешәбеҙ.
Шулай, Ҡыш бабайлы ҡыштарҙы тилмереп көтөп, яманһыулап оҙата торғас, ниһайәт, ағай-апайҙар, күрше әхирәтем теҙенә баҫып, мин дә мәктәп буҫағаһы аша атланым. Хәҙер инде икеләтә бәхет йылмайҙы – йомарт бабай урамыбыҙға инеп бер тәмлекәстәргә күмә, мәктәп шыршыһына ҡунаҡҡа килеп икенсегә һөйөндөрә, өҫтәүенә шиғыр һөйләгән һәм матур уҡыған өсөн өйөп күстәнәс өләшә.
Тик шуныһына ғына төшөнә алмай йонсойбоҙ – Мәскәүгә лә, беҙгә лә берҙәнбер Ҡыш бабай, ҡалайтып бөтә ергә өлгөрә икән? Нисек меңләгән балаға күстәнәсе етә?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауҙарға яуаптар бик тиҙ табылды. Сираттағы шыршы байрамынан бөтә Тартай балаһы өйкәлешеп ҡайтып киләбеҙ. Кәйефтәр шәп. Ҡыш бабай күстәнәсте бик мул өләште. Тартай тыҡрығына боролғас, өлкән ағай-апайҙар йомарт аҡһаҡалтай тураһында һүҙ ҡуйыртты.
- Сапаны матур, ибет, ҡар бөртөктәре тегелгән.
- Эргәһендәге ейәнсәре лә ып-ысын кеүек.
- Нишләп ып-ысын кеүек, нәстәчәчи снегурочка бит ул, - тип тел ҡыҫтырҙым мин.
Сәтәкәй кешене тыңлап торҙолар, ти... Радмир күршебеҙ белдекле ҡиәфәттә:
- Ҡыш бабайҙы танынығыҙмы? – тип һорап ҡуйҙы.
- Эйе, эйе, күрше Фәнил абзый ине, - тип яуапланы апайҙарым.
- Ә мин һеҙҙе танымағанһығыҙҙыр тигәйнем, эйе, ул бит минең күрше Фәнил ағайым, - ти Радмир. Ә тауышында ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо!
- Нисек инде? Ниндәй күршең? Ул бит ыс-сын Ҡыш баб-бай! – тип ярһыным мин тотлоға-тотлоға.
- Ып-ысынмы? Ха-ха-ха!..
Тартайҙы ғына түгел, ауылды яңғыратып көлдө аҡыллы баштар. Ә минең күңел кисерештәрем, шул тиклем дә әрнеүҙәрем берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы. Юҡты һөйләгән күршеләр таралышҡас, өйгә ингәс, өмөт тулы күҙҙәр менән һөйөклө туғаныма баҡтым:
- Абый, абыҡайым! Ысын Ҡыш бабай бит ул, ибет, ниндәй Фәнил абзый булһын? – тип ялбарам.
Үҙемдән ике йәшкә өлкән ағайымдың минең яҡлы булырына шул тиклем дә ышанысым көслө. Бәпәй саҡтан ел-ямғыр ҙа тиҙермәйсә яҡлаусым ине ул.
- Ҡаңғыртма мине, зинһар, - уның тауышында үкенес тойғоһо ярылды. – Ысын Ҡыш бабай булмай ул, һеңлем, юҡ ул, юҡ!
Минең ялбарыулы ҡиәфәттә шаңҡып тороуымды күргәс:
- Фәнил ағайҙы осратһаң, матурлап ҡара, күҙҙәре зәп-зәңгәр, танауы ҡыҙыл, - тип өҫтәне.
Еңелеүемде таныу ифрат ауыр ине. Бөтөнләй ҡойолоп төштөм, аяҡтарҙы иҙәнгә тыпырҙатып:
- Алдашмағыҙ! Ысын Ҡыш бабай бар ул, баррррр! - тип
ырылдар хәлгә еттем.
Ике-өс көн үткәс, яманһыулап санамды һөйрәп урамға сыҡтым. Уйламаған ерҙән Ҡыш бабай тигән күрше абзый ҡаршыма килеп сыҡты. Баҫҡан еремдә ҡатып, оҙаҡ тексәйеп ҡарап торҙом үҙенә.
Тә-ә-әк... Ҡыҙыл танау, зәп-зәңгәр күҙҙәр (бындай күҙҙәр ысын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙа ғына була тип уйлай инем элек), аҡһыл мыйыҡ, мөләйем ҡараш, ыҫпай буйы... Бөтә яғы тап килә! Үәт, ҡарт иҫәр, оло башыңа “Ҡыш бабаймын” тип бала-сағаны алдап йөрөмәһәң, ояла ла белмәй!
Өлкән кешегә юл баҫып, таш һындай ҡатып тороуыма, күҙҙәремдең ағы менән йөҙҙәренә бағыуыма ул бер аҙ тартынып, ғәжәпһенеп китте, буғай. “Ни булған был Таһир абый ҡыҙына”, - тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә эргәмдән һаҡ ҡына үтеп китте.
- Алдаҡсы Ҡыш бабай! – күҙ йәштәремә төңөлөп, уның артынан ҡысҡырғым килһә лә, тауышым үҙемдән ары китә алманы.
Был хәлдән һуң оҙаҡ ҡына күңелдә оло бер бөтөн бушлыҡ хакимлыҡ итте. Әхирәтем Айфилә:
- Ярай, көймә, иҫең киткән икән иҫке сикмәнгә. Ысын ни ҙә, ысын түгел ни, иң мөһиме – күстәнәсле тоҡсайы ҡалыныраҡ булһын, - тип йыуатты.
... Аҙаҡ ағайҙарым үҙҙәре Ҡыш бабай булып, ҡыңғыраулы аттарҙа ауыл урамдарын, Тартайымды ҡыҙырып үттеләр. Әле һаман Яңы йыл байрамдарында еҙ ҡыңғырау моңдарына хистәр тулышып, күңел ярҙарына һыймайынса сайпылып ҡала.
Әммә йылдар үткән, тормош алға киткән һайын Яңы йылдың тилмереп көтөп алынған ҡунағы – Ҡыш бабай ғына йыбана башланы, буғай. Арҡаһына аҫҡан тоғо ла йоҡарғандан йоҡара бара, ауыл урамдарын да аҡ тояҡлы аттарҙа йөҙ ҡат урап көмөш моңға күммәй ул. Йыш ҡына тауыштары ла элеккесә көр ишетелмәй, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына оҡшап бысҡылдап сыға. Ундайҙарға ҡарап, хас бала саҡтағы кеүек:
- Һеҙ алдаҡсы Ҡыш бабай! – тип ҡысҡырғым килә.
Ә һеҙҙең?
Читайте нас: