Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2019, 14:15

Исемең матур - кемдәр ҡушҡан

Төпсән ауыл клубында башҡорт теле көнөнә арналған “Исемең матур - кемдәр ҡушҡан” исемле байрам булып үтте.

Төпсән ауыл клубында башҡорт теле көнөнә арналған “Исемең матур - кемдәр ҡушҡан” исемле байрам булып үтте.

Сара әхирәттәрҙең ҡорама ҡорау күренешенән башланып китте. Ултырмаға йыйылған әхирәттәр
хужабикәнең ейәнсәре тыуыу тураһындағы шатлыҡлы хәбәрҙе ишетеп, сабыйға изге теләктәрен теләп, исеме есеменә тура килеп торорлоҡ еңел, асыҡ әйтелешле мәғәнәле исемдәр тураһындә әңгәмәләшеп, таҡмаҡтар әйтешеп, илһөйәрлек менән телһөйәрлектең ғаиләнән башланыуын билдәләп үттеләр.

Сабыйҙың донъяға килеүе шатлыҡлы ҡыуаныстар менән бер рәттән ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй.Шуларҙың береһе -исем атау. Башҡорт халҡы элек-электән исем ҡушыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Эйе, телебеҙгә ихтирамлы булған кеүек, исем һайлағанда ла иғтибарлы булайыҡ. Бына, мәҫәлән, күптән түгел ауылыбыҙҙа донъя көткән ағалы -ҡустылы Иҙрисовтар ғаиләһендә донъяға килгән сабыйҙарға Илһөйәр һәм Илсаф тип исем биргәндәр. Ниндәй матур мәғәнәле исемдәр! Сабыйҙар инсафлы , илһөйәр булып үҫһен!

Илебеҙҙе, телебеҙҙе хөрмәт итәйек, балаларыбыҙға үҙебеҙсә исемдәр бирәйек. Шағир әйтмешләй, “Бер телдән дә телем кәм түгел...”
Кисәбеҙ Рәми Ғарипов, Ғабдулла Туҡай шиғырҙары, башҡорт исемдәренә яҙылған йырҙар, таҡмаҡтар менән үрелеп барҙы. Үҙебеҙҙең “Етегән” фольклор коллективынан тыш, Ыуарынан Тәслимә Сәғитова шиғыр бүләк итһә, Ялсы ауылынан Наҙгөл Ишдәүләтова матур йыр һәм дәртле бейеүен алып килгән. Вадим Сәғитов сарабыҙҙы музыкаль яҡтан биҙәне.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: балаларыбыҙға милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы кеүек күңелдәрҙе үҙенә тартып торорҙай исемдәрҙе уйлап ҡына ҡушайыҡ, йәштәргә лә шуны өйрәтәйек. Йырҙағыса “Исемең матур кемдәр ҡушҡан, һине күреп кем туйған” тиеп әйтерлек булһын балаларыбыҙҙың исемдәре!
Резеда АЙЫТҠУЖИНА.
Төпсән ауылы.
Читайте нас: