Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Декабрь 2019, 07:51

Үҙебеҙсә – саф башҡортса

Башҡорт теле көнө беҙҙең районда ла киң билдәләнде. Мәҫәлән, Мәҡсүт күп функциялы ауыл клубы ижади төркөмө “Ағинәйҙәр ҡоро” менән берлектә Туйөмбәт ауылында “Үҙебеҙсә – саф башҡортса!” театрлаштырылған тамаша менән сығыш яһаны.

Башҡорт теле көнө беҙҙең районда ла киң билдәләнде. Мәҫәлән, Мәҡсүт күп функциялы ауыл клубы ижади төркөмө “Ағинәйҙәр ҡоро” менән берлектә Туйөмбәт ауылында “Үҙебеҙсә – саф башҡортса!” тип аталған театрлаштырылған тамаша менән сығыш яһаны. Был хаҡта беҙгә клуб мөдире Резеда Ҡотлобаева хәбәр итте:
- Беҙ ниндәй генә сара үткәрһәк тә, ағинәйҙәр менән тығыҙ эшләйбеҙ. Ҡор етәксеһе Таңһылыу Сәлим ҡыҙы Хәмиҙуллина менән һәр ваҡыт кәңәшләшеп торабыҙ. Был юлы ла бергәләшеп башҡорт теле көнөнә, театр йылын йомғаҡлауға арналған үҙенсәлекле спектакль, шиғриәт кисәһе үткәрҙек.
“Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары “Бала күңеле – далала” тигән спектакль сәхнәләштерҙе. Төп ролдәрҙе Хәлиҙә апай Бикҡолова, Рәмзиә Вәлитова, Айгөл Килмөхәмәтова башҡарҙы.
Икенсе өлөштә билдәле башҡорт шағирҙарының поэтик әҫәрҙәре яңғыраны. Гүзәл Әминева һөйләүендәге әсә тураһындағы шиғырҙы күҙ йәштәре аша ҡабул итте халыҡ. Шулай уҡ Фирүзә Фәттәхова, Айгөл Килмөхәмәтова, Ислам Низамовтарҙың да сығыштары тамашасы күңеленә хуш килде.
Кисәлә яңғыраған ретро-йырҙарға ҡушылып йырлап, күңел асты тамашасы. Ошондай сараларҙы ауылдарҙа көтөп алалар, “тере тауыш” һағындырған, тиҙәр. Тиҙҙән Ерекле ауылында ла ошо уҡ программа менән сығыш яһаясаҡбыҙ, - ти Резеда Әхмәт ҡыҙы.
Читайте нас: