Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Декабрь 2019, 13:52

Йәшәү төҫөн ҡәҙерләгән рәссам ине

Бик үҙенсәлекле кеше булды ул Ғиниәт олатай Алламоратов. Рәссам кеше шулай булалыр инде, тормошҡа, тәбиғәткә ғашиҡ кеше ине. Картина яҙыу менән бер рәттән баҡсаһында ҡыр сәскәләрен дә үҫтерҙе. Ниндәй генә дарыу үләне, ниндәй генә сәскә, ниндәй генә үҫемлек булманы уның гөлбаҡсаһында.

СССР-ҙың почетлы шахтеры Ғиниәт Алламоратов тураһында белмәгән кеше юҡтыр. Ул 1934 йылда Юлдыбай ауылында тыуа, 1956 йылда комсомол юлламаһы буйынса Донбасҡа ебәрелә, Донецк ҡалаһының “Трудовская” шахтаһында 28 йыл эшләй. 1964 йылда ситтән тороп Мәскәү халыҡтар ижады йортон тамамлай. СССР-ҙың почетлы шахтеры исеменә ул 1983 йылда уҡ лайыҡ була.
"Вид на шахту "Трудовская" г. Донецк". 1978 год.

Бик үҙенсәлекле кеше булды ул олатай. Рәссам кеше шулай булалыр инде, тормошҡа, тәбиғәткә ғашиҡ кеше ине. Картина яҙыу менән бер рәттән баҡсаһында ҡыр сәскәләрен дә үҫтерҙе. Ниндәй генә дарыу үләне, ниндәй генә сәскә, ниндәй генә үҫемлек булманы уның гөлбаҡсаһында.
Ул йәшәгән йорт ҡапҡаһына ( һүрәттә) һоҡланмаған кеше булдымы икән? Шикләнәм. Йәшәгән йорто әллә ни хайран итерлек мөһәбәт булмаһа ла, ҡапҡаһындағы һүрәте йорт хужаһының эске донъяһын асып һала ине. Уның картиналары үҙе эшләгән шахта музейында ла, беҙҙең район музейында ла һаҡлана.
Читайте нас: