Үткән аҙнала “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең йомғаҡлау концертында ла тамашасылар өсөн бейеү байрамы ғына түгел, ә күңел байрамы булды, сараға килеүселәрҙең һәр береһе балаларҙың һәләтенә, етәкселәрҙең тырышлығына хайран ҡалып, күңелдәрен әҫәрләндереп, тәьҫирләнеп, йөрәктәргә етерлек дәрт, рух алып ҡайтты.
Райондың йөҙөк ҡашы һәм ғорурлығы булған ансамбль бына инде 30 йылға яҡын арымай-талмай ижад итә, үҙебеҙҙә генә түгел, бөтә республикаға танылыу яулаған “Гөрләүек” яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелә. Ә күпме баланың бейеүгә һәләте тап ошонда асылып, сәнғәт юлын һайлауҙарын теүәл генә итеп әйтеүе мөмкин дә түгел.
1989 йылда район пионерҙар йортонда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңзәлә Хөснөтдинова етәкселегендә барлыҡҡа килә бейеү ансамбле. 1997 йылда ижади уңыштары өсөн “Гөрләүек”кә өлгөлө исеме бирелә һәм бөгөнгө көнгә тиклем ансамбль ул исемде лайыҡлы аҡлап килә.
2012 йылда районға саҡырыу буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү ансамблендә 10 йыл уңышлы эшләп йөрөгән Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар ҡайта. Әйткәндәй, Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы үҙе ошо ансамблдә шөғөлләнгән һәм тап “Гөрләүек” уға үҙенең артабанғы ғүмерлек һөнәрен һайлауға булышлыҡ иткән.
Ниғәмәтуллиндар шунда уҡ яңы состав туплап, әүҙем эш башлай, репертуарҙы тағы ла байыта. Улар етәкселек иткән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллектив район, төбәк, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындарға лайыҡ була. 2016-2017 йылдарҙа ғына “Гөрләүек” 4 (!) Гран - при - “Танцевальный серпантин” төбәк хореография ансамлдәре конкурсында, “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика фольклор фестивалендә, “Дуҫлыҡ хороводы” асыҡ республика балалар хореографияһы фестивалендә, башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсында - яулай!
Ансамблдә бөтәһе өс төркөмдә 150 бала шөғөлләнә.
2015 йылда Илүзә Ниғәмәтуллина Балалар ижады үҙәгендә “Ҡыпсаҡ” бейеү, 2017 йылда Ниғәмәтуллиндар ғаилә дуҫтары Евгения һәм Виталий Усовтар менән Исем ауылында “Аманат” вокаль-хореография ансамблен ойоштора.
Бейеүселәр тамашасыларға бүләк яһап, үксәләренән осҡондар сәсрәтеп, йөрәктәрҙе елкендереп бейенеләр. Бындай итеп бейер өсөн күпме көс, тырышлыҡ һалынғанлығын, күпме дәрт, теләк кәрәклеген балалар үҙҙәре һәм уларҙың алыштырғыһыҙ етәкселәре генә беләлер. Һәр бәләкәй артист тамашасыларға гүзәл, илаһи минуттар бүләк итте. Айырыуса, беренсегә сәхнәгә сыҡҡан бәләкәй төркөм тәрбиәләнеүселәре тәҡдим иткән “Самауыр”, “Ҡыпсаҡ”тың бәләкәй төркөмө башҡарыуындағы “Себештәр”, “Аманат”һәм “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәҡдим иткән флешмобты тамашасылар йылы ҡабул итте.
Ә “Гөрләүек”тең урта һәм ҙур төркөмөндә шөғөлләнгән егет-ҡыҙҙары сәхнәне дер һелкетте. “Шыма баҫ”, “Гөлнәзирә”, “Ирәндек”, “Ҡыпсаҡтар”, “Осрашыу”, рус, татар, сыуаш, кавказ халыҡ бейеүҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Илүзә менән Илгиздың ҡыҙҙары Камелия тамашасыларға икенсе яҡтан асылды, тәжрибәле алып барыусылар – Анна Емельянова һәм Руслан Абдуллин менән бер рәттән концертты оҫта итеп алып барҙы.
Концерт бер тынала үтте, залдың халыҡ менән шығырым тулы булыуы, хатта урындар етмәй күптәрҙең баҫып ҡарап тороуы үҙе үк ансамблде халыҡтың ни тиклем яратыуҙары тураһында һөйләй ине. Тимәк, райондың ғына түгел, ә республика сәхнәләрен шаулатҡан ансамблдең уңышлы сығыш яһауына берәүҙең дә шиге булмаған. Ә барыһын да еренә еткереп, уңышлы концерт биреү өсөн көн тимәй, төн тимәй, арымай-талмай эшләгән, ижад иткән Илүзә менән Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың ни тиклем көсө, тырышлығы һалынғанын әйтеп-аңлатып тороу артыҡтыр. Афарин!
Ләйсән АРЫҪЛАНОВА фотолары.