Башҡорт театр сәнғәтендә, сәхнәләрҙә яҡты йондоҙ булып балҡыған яҡташтарыбыҙҙың береһе - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Ирада Фазлаева –Ҡадырова. Хәйер, уны тамашасы былай ҙа белә: “Шәүрәкәй”ҙәге Шәүрә, “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”ла –Маҡтымһылыу, “Бәхет хаҡы”нда – Зөһрә, “Ҡаһы түрә”ләге Сафия һәм башҡа сағыу образдары аша таныш беҙгә.
Ирада (Гөлсәсәк) Йомағужа ҡасабаһында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарында уҡ сәхнәгә сыға башлай.
- Серле лә, илаһи ла сәнғәт донъяһы мине бик бәләкәй генә сағымдан әйҙәгәндер. Мәктәптә уҡығанда бейеү түңәрәгенә йөрөнөм, йырланым. Минең тырышлығымды, һәләтемде әсәйем артабан үҫтереү, күтәреү маҡсатынан 12 йәшемдә генә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатҡа имтихан тапшырырға алып барҙы. Һынауҙы уңышлы үтеп, уҡырға индем һәм фортепьяно класында уҡый башланым. Айырыуса, вокал дәрестәрен яраттым, бейеү түңәрәктәренә лә йөрөүемде дауам иттем. Түңәрәкте легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсина үҙе алып барҙы. Әле лә уның менән осрашҡанда шул йылдарҙы һағынып, һөйләшеп алабыҙ, остазым биргән һабаҡ миңә әле булһа театр эшендә, сәхнәлә ярҙам итә, - ти Ирада.
11 класты тамамлап, һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, Ирада Ҡазан консерваторияһының вокал бүлегенә тыңлауға бара. Тауышын тыңлап, уны имтиханға саҡыралар.
- Имтиханға әҙерләнеп йөрөгәндә бер көн әсәйем Мәскәүҙән М.С. Щепкин исемендәге Юғары Театр училищеһынан Өфөгә башҡорт студияһы өсөн студенттар тупларға уҡытыусылар килә икән тип хәбәр итте. Тәүҙә ҡарышып та маташҡан булғайным, йәнәһе, Ҡазанға, консерваторияға әҙерләнәм. Шулай ҙа әсәйемдең һүҙен йыҡмай, унда ла үҙемде һынап ҡарарға булдым, имтихандарға әҙерләнә башланым.
Һөҙөмтәләр уңышлы булды, мин Мәскәүгә актерлыҡ оҫталығы буйынса белем алырға уҡырға киттем.- Буласаҡ актриса 2007 йылда М.С. Щепкин исемендәге Юғары Театр училищеһын тамамлай һәм шул йылда уҡ әле эшләп йөрөгән театр труппаһына ҡабул ителә.
- Театрҙа эшләүемә 13 йыл. Эшемде, һөнәремде шул тиклем яратам, һәр ролемде ентекле уйлап, матурлап өйрәнеп, тырышып, яратып сәхнәгә сығарам. Театр минең өсөн ул – хыялдарымды тормошҡа ашырған илһамлы сығанаҡ, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәткән, илебеҙҙең матурлығы, телебеҙҙең байлығы менән танышҡан ер, яңы баҫҡыс, яңы үр! Интернет селтәрендә миңә бик күп хаттар килә, кемдер рәхмәт һүҙҙәре еткерһә, кемдер кәңәш һорап мөрәжәғәт итә. Һәр береһенә ваҡыт бүлеп, яуап яҙырға тырышам. Сәхнәлә тыуҙырған ябай ғына образ да тамашасы күңеленә хуш килә икән, уны уйландырырға мәжбүр итә икән, тимәк, актер үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ, тимәк, театр – ул сәхнә аша кешегә ярҙам итеү, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең эшендә этәргес, тормошонда яңы һулыш биреү, - ти яҡташыбыҙ.