Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Декабрь 2019, 11:00

Шыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгән...

Мораҡта боҙ ҡаласығы асылды

А.Ғәҙелшин фотоһы
А.Ғәҙелшин фотоһы
Уҙған йыл Мораҡ ауылының З.Биишева исемендәге ял паркында урынлашҡан боҙ майҙансығы “Иң яҡшы боҙ ҡаласығы” республика конкурсында ҡыйғылар менән бер рәттән өсөнсө урын алғайны. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исемен йөрөткән парк быйыл да Яңы йыл тантанаһына әҙер: бындағы шыршы, таусыҡтар, боҙ һындар күҙҙең яуын алырлыҡ!
Уҙған шәмбелә боҙ майҙансығы тантаналы шарттарҙа асылды.
Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Жердев биҙәү эштәрен башҡарған “Дом-сервис” йәмғиәте менән “Теплосет” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә, боҙҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кеүек һындарҙы эшләгән Рәүф Вәлитовҡа, предпритие-ойошмалары коллективтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм барыһын да ҡаласыҡта урынлашҡан нәмәләргә һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы.
Балалар ҙа, ололар ҙа район мәҙәниәт һарайы менән үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған уйын-көлкөлә бик теләп ҡатнашты, күңелле йыр-моңдарҙы тыңлап кинәнде.
Бер нисә көндән халыҡты Ҡыш бабайҙар парады, Яңы йыл байрамдары көтә.
Читайте нас: