Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Декабрь 2019, 11:45

Театр йылы ҡаҙаныштарға бай

Театр йылына йомғаҡ яһау мәле етеп килгәндә һөҙөмтәләрҙең, ҡаҙаныштарҙың байтаҡ булыуы ҡыуандыра.Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры артисы, яҡташыбыҙ Руслан Сәғит улы Хайсаров өсөн дә йыл уңышлы булды – театрҙың 100 йыллығы уңайынан уға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Руслан Сәғит улы театрға 2007 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас та килә. Ул тыуҙырған бөтә образдар ҙа тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителә. Театрҙа эшләй башлағас та, йәш, көслө ижади ҡарашлы актерға башҡорт халыҡ эспосы буйынса сәхнәләштерелгән “Урал батыр” спектаклендә төп ролде ышанып тапшыралар. “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”мюзиклындағы Ҡара юрға, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында Акъегет роле, “Шәүрәкәй”ҙәге Сураҡай һәм башҡа бихисап сәхнә образдары аша ул тамашасы күңелен яуланы. Руслан Хайсаров кәләше Гөлназ (әйткәндәй, ул да театр актрисаһы) менән былтыр “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә еңеп сыҡты, Рәйес Түләктең “Яныу” поэмаһын йөрәктәргә үтерлек, рухлы итеп һөйләүҙәре береһен дә битараф ҡалдырманы. Башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен, башҡорт театрын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташыбыҙҙы маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!

Театр йылына йомғаҡ яһау мәле етеп килгәндә һөҙөмтәләрҙең, ҡаҙаныштарҙың байтаҡ булыуы ҡыуандыра.
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры артисы, яҡташыбыҙ Руслан Сәғит улы Хайсаров өсөн дә йыл уңышлы булды – театрҙың 100 йыллығы уңайынан уға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Руслан Сәғит улы театрға 2007 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас та килә. Ул тыуҙырған бөтә образдар ҙа тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителә. Театрҙа эшләй башлағас та, йәш, көслө ижади ҡарашлы актерға башҡорт халыҡ эспосы буйынса сәхнәләштерелгән “Урал батыр” спектаклендә төп ролде ышанып тапшыралар. “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”мюзиклындағы Ҡара юрға, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында Акъегет роле, “Шәүрәкәй”ҙәге Сураҡай һәм башҡа бихисап сәхнә образдары аша ул тамашасы күңелен яуланы.
Руслан Хайсаров кәләше Гөлназ (әйткәндәй, ул да театр актрисаһы) менән былтыр “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә еңеп сыҡты, Рәйес Түләктең “Яныу” поэмаһын йөрәктәргә үтерлек, рухлы итеп һөйләүҙәре береһен дә битараф ҡалдырманы.
Башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен, башҡорт театрын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташыбыҙҙы маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: