Альбина Мөҙәрис ҡыҙы Айҙарбәкова менән мин редакцияла эшләй башлағас танышҡайным. Зауыҡлы, сибәр ханымды йә йырсы, йә артист, йә кәмендә бейеүселер тип уйланым. Уйым раҫҡа сыҡты, район үҙәгенә яңы күсенеп, эш башлаған мәле ине.
Аҙағыраҡ сәхнәлә алып барыусы сифатында йыш осраттым уны. Тамашасыларҙы моңло бәрхәт тауышы, бай теле, сәхнәлә үҙен ышаныслы тотоуы менән әсир итә ул.
Ә ижадына килгәндә инде, уның ижады менән күптән танышмын. Альбина Мөҙәрис ҡыҙы яҙған шиғыр һүҙҙәренә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр композиторҙар Хәлит Мусин һәм Ғәлим Кинйәбулатов йырҙар ижад иткән. Район гәзитендә лә йыш донъя күрә ижад емештәре. Уның ижади эшмәкәрлеге Зәйнәб Биишева исемендәге район премияһы менән дә баһаланды.
Ижади күңелле, хисле йөрәкле кешенең генә йөрәгендә тыуған яғына, уның кешеләренә, ғөмүмән, донъяға оло мөхәббәт яралалыр:
"…Күгәрсенем, ғәзиз ерем,
Йыр-моңдарҙы һинән алам…"
Ысынлап та, Күгәрсен ере кеүек матур төбәктә тыуып үҫеп тә, шиғриәткә, сәнғәткә ғашиҡ булмау мөмкин түгелдер. Сөнки матур тәбиғәте, күҙ ҡамаштырыр аллы-гөллө сәскәле яландары, урмандары, ҡырҙары, тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары, күҙ йәшендәй саф шишмәләре, йылғалары, хеҙмәт һөйгән кешеләре менән дан тотҡан был төбәк кешегә һүнмәҫ-һүрелмәҫ илһам бирәлер.
Илһамды ул да тыуған төйәгенән, уның ябай кешеләренән алалыр. Ябай игенсенең хеҙмәтенә, ер кешеһенә, ауылының ағинәйҙәренә, дуҫтарына арналған шиғырҙарында был асыҡ сағыла:
"…Ҡайтып киләм әле, ауылыма
Һәм тағы ла шуны әйтеп үтмәү мөмкин түгел - Альбинаның шиғриәтендә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева ижадының йоғонтоһо ла һиҙелә:
"…Башҡорт телем, тәрән диңгеҙҙәй һин,
Бөйөкһөң һин һәм дә ҡәҙерле…"
Тормош, йәшәү һәм үлем хаҡында, донъяның фанилығы тураһында ла уйланып яҙылған шиғырҙары байтаҡ. Яҡын кешеңде юғалтыу ауырлығын үҙ йөрәге аша үткәреп, ҡайғыларҙы үҙ иңендә күтәргән автор һыҙланыуҙарын, йән иңрәүҙәрен шиғыр юлдарына һала.
Йәшлекте һағыныу - ул барыһына ла хас тойғо. Ҡабатланмаҫ мәлдәрҙе юҡһыныу хистәрен дә ул шиғыр юлдары итеп теҙгән:
"…Яҙғы һулыш һөйөү өҫтәй,
"…Йәшлегем – гүзәл мәлемде
Көтһәм дә ул килмәҫ ҡабат,
"…Күңелемдең иләҫ-миләҫ сағы,
Һүрелмәсе дәртем тағы ла.
Хистәремде минең аңлағыҙсы,
Йәшлегемдең йәшнәр сағы ла…"
Уның шиғриәте әллә ни киң даирәле лә түгел. Яңы образдар ҙа асмай ул. Шиғырҙары тәрән фәлсәфәгә һәм әллә ниндәй бөйөклөктәр хаҡында уйланыуҙарға ла ҡоролмаған. Яңы темалар күтәрәм, тип тә баш ватмай автор. Ул ни бары күңел кисерештәрен шиғыр юлдарына һала, йөрәген, күңелен аса, хис-тойғоларын һүрәтләй. Һәм нәҡ ошо хистәр ауаздашлығы менән уҡыусылары – хеҙмәттәштәре, ижадташтары, ауылдаштары күңеленә яҡын уның ижад емештәре.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Альбина Айҙарбәкованың бер нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Һағышлы йән сафлыҡ бөркөп,
Бик һағындым айлы, һалҡын
Шишмә һыуын әсәй алып ҡайта...
(ҡәҙерле әсәйем Ғәтиә Фәсхетдин ҡыҙы рухына)
Шишмә һыуын әсәй алып ҡайта
Мөлдәрәмә тулы һыуҙар кеүек
Шөкөр итәм, һөйгән эшем дә бар,
Бәхетлемен, тимен, үҙем дә.
Дуҫтарым күп, шөкөр, туғандар ҙа
Тик күңелгә моңһоу, ниҙер етмәй
Көн болоҡһоу, кәйеф юҡ һымаҡ.
Бала саҡҡа йүгереп ҡайтҡым килә
Тулап тибә йөрәк – арғымаҡ.
Ығы-зығы тынып ҡала төҫлө,
Әйтерһең дә, әсәм йыуатҡандай
Көйәнтәһе минең иңемдә...