Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Декабрь 2019, 18:35

Ағиҙел буйының моңло һандуғасы

Йыр-моңға Риф Бикбаев бала саҡтан ғашиҡ. Тәүҙә ул күңел өсөн генә, үҙе өсөн генә йырлаһа, бынан ун йыл самаһы элек “Күгәрсен һандуғасы” район ижади бәйгеһенә сығырға йөрьәт итә. Унда Риф ағай хәҙер инде радионан йыш яңғырап торған “Булмаһын юғалтыуҙар” йыры (Зилә Янбулатова һүҙҙәре) менән үҙе синтезаторҙа уйнап, сығыш яһай. Ошо моңло йыр уға дан һәм танылыу алып килә лә инде. Әле йырсының репертуарында бихисап башҡорт эстрада һәм халыҡ йырҙары тупланған, уның йырҙары “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоһы, телевидение аша йыш яңғырап тора.

Йырсы Риф Бикбаевты районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Моңло, тәрән мәғәнәле йырҙары менән киң танылыу яулаған үҙешмәкәр композитор Күгәрсен районының иң матур тәбиғәтле төбәге - Бикҡужа ауылында тыуып үҫкән.
Йыр-моңға ул бала саҡтан ғашиҡ. Тәүҙә ул күңел өсөн генә, үҙе өсөн генә йырлаһа, бынан ун йыл самаһы элек “Күгәрсен һандуғасы” район ижади бәйгеһенә сығырға йөрьәт итә. Унда Риф ағай хәҙер инде радионан йыш яңғырап торған “Булмаһын юғалтыуҙар” йыры (Зилә Янбулатова һүҙҙәре) менән үҙе синтезаторҙа уйнап, сығыш яһай. Ошо моңло йыр уға дан һәм танылыу алып килә лә инде. Әле йырсының репертуарында бихисап башҡорт эстрада һәм халыҡ йырҙары тупланған, уның йырҙары “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоһы, телевидение аша йыш яңғырап тора, ижадташ дуҫтары менән төрлө райондарҙа концерт менән дә сығыш яһайҙар. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, зал тулы халыҡ йыйыла.
Читайте нас: