Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Декабрь 2019, 13:00

Яҡташыбыҙ – халыҡ артисы

Кисә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм театр артистарына наградалар тапшырҙы. Исемлектә беҙҙең яҡташыбыҙ, Үрге Мөрсәләй ауылында тыуып үҫкән уҙаман Ирек Әлмир улы Булатов та бар. Оҙаҡ йылдар театрҙа эшләп, төрлө образдар тыуҙырған актер “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Яҡташыбыҙ – халыҡ артисы
Кисә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә республика башлығы Радий Хәбиров бер төркөм театр артистарына наградалар тапшырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, исемлектә беҙҙең яҡташыбыҙ, Үрге Мөрсәләй ауылында тыуып үҫкән уҙаман Ирек Әлмир улы Булатов та бар. Оҙаҡ йылдар театрҙа эшләп, төрлө образдар тыуҙырған актер “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
- Минең хеҙмәтемде юғары баһалаған етәкселәргә, наградаға тәҡдим иткән коллективыма ихлас рәхмәтлемен. Әлбиттә, иң ҙур баһа – ул халыҡ һөйөүе.
Шулай ҙа кешенең хеҙмәте ваҡытында баһаланырға тейештер, был юғары исем иңгә оло яуаплылыҡ булып ятты, артабан да тырышып эшләргә, яңы үрҙәргә ынтылырға көс-дәрт, этәргес булыр тип ышанам.
Уңайҙан файҙаланып, минең шатлығымды уртаҡлашҡан яҡташтарыма сәләмдәремде еткерәм. Бигерәк тә, тыуған ауылыма. Әйткәндәй, ул “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, халыҡ берҙәм. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалап, айыҡлыҡ хәрәкәтенә ҡушылыуҙарын хуплайым.
Шәхсән үҙем дә айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барам, башҡаларҙы ла шуға өндәйем. Хәйер, хәҙер йәштәр хәмер менән дуҫ түгел, спорт менән шөғөлләнә, үҙенең эшен аса, матур ғаилә ҡороп, тиңдәштәренә үрнәк күрһәтә. Элегерәк ауылдарҙа эш юҡлыҡҡа һылтанып эсекелек һаҙлығына батыусылар күп булһа, хәҙер кеше шыңғырлатып донъя көтә, ишле мал-тыуар аҫрай, баҡсаһын да үҫтерә, ҡош-ҡорт та үрсетә. Тырыш кеше – ҡайҙа ла тырыш. Ауылдаштарыма бәйгелә ауыл данын лайыҡлы яҡлап, еңеп сығыуын теләйем!- ти Ирек Әлмир улы.
Ирек Булатов тураһындағы "Театрҙы атайым яратты" мәҡәләһен түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

https://moradim.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/teatr-y-atayym-yaratty-/?sphrase_id=753872
(Фото Республика Башлығы хакимиәте сайтынан алынды)
Читайте нас: