Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Декабрь 2019, 14:35

Өфөлә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе асылды

Бөгөн Өфөлә ВДНХ күргәҙмә комплексында “Өфө. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” тип аталған ҙур күргәҙмә асылды. Ул 8 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Быйыл ул I Волга буйы халыҡ художество кәсептәре фестивале һәм “Йыл һөнәрсеһе – 2019” конкурсы менән берлектә ойошторолған. Был үҙенсәлекле сарала Рәсәйҙең 16 төбәге, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 220-нән ашыу оҫта, шул иҫәптән беҙҙең Күгәрсен районынан Хоҙайбирҙин ауылы шәл бәйләү оҫталары ла ҡатнаша.

Өфөлә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе асылды
Бөгөн Өфөлә ВДНХ күргәҙмә комплексында “Өфө. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар” тип аталған ҙур күргәҙмә асылды. Ул 8 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Быйыл ул I Волга буйы халыҡ художество кәсептәре фестивале һәм “Йыл һөнәрсеһе – 2019” конкурсы менән берлектә ойошторолған.
Был үҙенсәлекле сарала Рәсәйҙең 16 төбәге, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 220-нән ашыу оҫта, шул иҫәптән беҙҙең Күгәрсен районынан Хоҙайбирҙин ауылы шәл бәйләү оҫталары ла ҡатнаша.
Район мәҙәниәт һарайының сценарийҙар яҙыу бүлеге мөдире Альбина Айҙарбәкова хәбәр итеүенсә, унда “Һөнәр мәктәбе” презентацияһы ла эшләй. Уны быйыл тәүгә ойошторғандар.
- Бында бөтә республика буйлап алтын ҡуллы һөнәрселәр генә йыйылған. Өйрәнсектәргә уларҙан үҙҙәре теләгән, ҡыҙыҡһынған теге йәки был сәнғәт төрө буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып, ҡул эштәренә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар.
Күргәҙмә залы әлеге мәлдә гөрләп тора.
Беҙҙең райондан мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина етәкселегендә бер төркөм – Хоҙайбирҙин ауылының “Бесәнсе” фольклор ансамбленең шәл оҫталары, район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Мәҙинә Рәхмәтуллина, баянсы Ришат Бәҙретдинов, костюмдар буйынса белгесебеҙ Раушания Аҙналина – ҡатнаша. Шулай уҡ ағастан мебель яһау буйынса эшләгән райондашыбыҙ - шәхси эшҡыуар Дмитрий Белоклоков та үҙенең әйберҙәре менән күргәҙмә ҡуйҙы.
Беҙҙең күргәҙмә “Шәлем аҫыл биҙәкле – донъяларға билдәле” тип атала.
Бында төрлө сувенирҙар, биҙәүес әйберҙәре, һауыт-һаба, кейем-һалым һәм башҡа әйберҙәр йәрминкәһе лә эшләй. Программа буйынса күңел асыу саралары ла ҡаралған, Рәсәй етештереүселәренең билдәле коллекциялары күргәҙмәһе лә буласаҡ, милли ризыҡтар ҙа тәҡдим ителә, ижади коллективтарҙың да сығышы көтөлә, - тип хәбәр итә телефон аша Альбина Мөҙәрис ҡыҙы.
Фотола: Күгәрсен районы оҫталары.
Читайте нас: