Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
4 Декабрь 2019, 16:50

Һүҙ сәнғәте – бөйөк көс

Зәйнәб БИИШЕВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы: “Яҙыусы өсөн бөтәһенән элек үҙ илеңде, үҙ халҡыңды яҡшы белеү, уның һөйөнөсө, көйөнөсө менән түлләнеп, йөрәгеңдең халҡың йөрәге менән бер ҡатар тибеүен, халыҡ яҙмышын үҙ яҙмышың итеп тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр ул”.

Һүҙ сәнғәте – бөйөк көс
2019 йыл Башҡортостан республикаһы өсөн генә түгел, тотош донъя әҙәбиәте, Рәсәй әҙәбиәте өсөн иҫтәлекле даталарға, шул күркәм ваҡиғалар уңайынан ойошторолған мәҙәни сараларға, ижади осрашыуҙарға ныҡ бай булды - Башҡорт автономияһының 100 йыллығы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл, “Китап” нәшриәтенә 100 йыл, Яҙыусылар берлегенең ойошторолоуына 85 йыллығын билдәләне.
Кисә иһә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Яҙыусылар союзының - 85, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең 100 йыллығына арналған байрам саралары үтте.
Тантанала БР Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Костантин Толкачев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Мәскәү, Грозный, Төмән, Ҡазан нәшерселәре, Белорус, Ҡаҙағстан, Дағстан, Татарстан яҙыусылары менән бер рәттән беҙҙең райондан хакимиәт башлығы Ғайса Янбаев, Зәйнәб Биишеваның Туйөмбәт ауылындағы йорт-музейы мөдире Зәбирә Кәримова ла ҡатнашты.
Республикалағы билдәле сәнғәт әһелдәренең йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барған байрамда бер төркөм нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле яҙыусылар, ижадсыларға почет грамоталары, рәхмәт хаттары, Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырылды. Ә Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булды, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән Мәүлит Ямалетдинов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Союздың 85 йыллыҡ эшмәкәрлеге Башҡортостан тарихы менән тығыҙ бәйле. Башҡорт әҙәбиәтенең, ижадының үҫешенә булышлыҡ иткән, яңы исемдәр асҡан, йәш яҙыусыларға юл күрһәткән, ҡанат ҡуйған, ижадын баһалаған берекмәнең әһәмиәте, һис шикһеҙ, баһалап бөткөһөҙ. Заман алға киткән һайын ҡулланылышҡа интернет нығыраҡ бәйләнһә лә, китап беҙҙең һәр саҡ тоғро дуҫыбыҙ булып ҡаласаҡ.
Әйткәндәй, беҙҙең районда ла донъя, Рәсәй, республика кимәлендә танылыу яулаған яҙыусылар, шағирҙар байтаҡ. Зәйнәб Биишева, Александр Филлипов, Рәмил Йәнбәков, уның ағаһы Венер Йәнбәков, Зөфәр Вәлит, Сәрүәр Суриналарҙың исемдәре нисәмә быуынға таныш, шулай уҡ Хәким Алсынбаев, Зөлфиә Хәйбуллина, Вәғиз Мәғизов, Тәлғәт Ишемғоловтарҙың да был йүнәлештәге эшмәкәрлеге оло иғтибарға лайыҡ. Тағы ла шуны билдәләп үтеү урынлы булыр: беҙҙең районда Башҡортостан яҙыусылар союзы ҡарамағында асылған “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә эш башланы. Был ойошма районда хәҙерге әҙәбиәттең формалашыуына, үҫеүенә үҙ өлөштәрен индергән авторҙарҙы берләштереп кенә ҡалмаясаҡ, яңы таланттарҙы асыҡлау, йәш ижадсыларҙы йәлеп итеү йүнәлешендә лә эшләйәсәк.
Зәйнәб БИИШЕВА, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
“Яҙыусы өсөн бөтәһенән элек үҙ илеңде, үҙ халҡыңды яҡшы белеү, уның һөйөнөсө, көйөнөсө менән түлләнеп, йөрәгеңдең халҡың йөрәге менән бер ҡатар тибеүен, халыҡ яҙмышын үҙ яҙмышың итеп тойоп йәшәүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр ул”.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Фото интернет селтәренә алынды.
Читайте нас: