Был кисәлә өлкән йәштәгеләр ҙә,йәштәр ҙә берҙәй ихлас ҡатнашты. Бейеү, ҡыҙыҡлы уйындар, таҡмаҡ әйтешеүҙәр, йомаҡ сисеүҙәр, күңелле йыр-моңдарҙан мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо.Әсәйҙәр өсөн ауылыбыҙҙың йыр-моңға маһир Марат ағай Ғиләжетдинов,оҫта гармунсыларыбыҙ ағалы-ҡустылы Бакир һәм Наиль Вәлитовтар йырлы күстәнәстәр ҙә әҙерләгәйнеләр.