Хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Нәҡ ошо бүлектә шөғөлләнгән балаларҙан үҙ теленә, халҡыбыҙ моңона, рухи гәүһәрҙәренә ел-ямғыр тейҙермәҫ телһөйәрҙәр һәм илһөйәрҙәр үҫә. Быны сәнғәт мәктәбендә республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы ойошторолған, милли рух менән һуғарылған күркәм сара тағы ла бер ҡат раҫланы.