Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
28 Ноябрь 2019, 16:38

Әсәйҙәр бер генә...

“Әсәйҙәр бер генә, ҡәҙерҙәрен беләйек, йөрәктәр йылыһын уларға бирәйек!” Ошондай матур һүҙҙәр менән һуғарылған шиғыр, йырҙарҙарға бай, матур йөкмәткеле концерт уҙҙы Сәйетҡол ауыл клубында.

“Әсәйҙәр бер генә, ҡәҙерҙәрен беләйек, йөрәктәр йылыһын уларға бирәйек!” Ошондай матур һүҙҙәр менән һуғарылған шиғыр, йырҙарҙарға бай, матур йөкмәткеле концерт уҙҙы Сәйетҡол ауыл клубында.


Сәйетҡол мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Лилиә Йосопова, Зөлфиә Сәлихова, Гөлфирә Сәлихова етәкселегендә йөрәккә үтеп инерлек матур шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, дәртле бейеүҙәр бейенеләр, ҡыҙыҡлы интермедиялар күрһәттеләр.

“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә уҡыусыларҙан бер ҙә ҡалышманы, шулай уҡ үҙ сығыштары менән һөйөндөрҙөләр, хатта “Урланған ҡояш” әкиәтен оҫта итеп сәхнәләштерҙеләр. Клуб мөдире Лилиә Ғәлимова ойошторған был матур сара аҙағында бар сығыш яһаусылар бергәләп “Әсәй, һәр ваҡыт бул янымда” тип йырлап, ҡәҙерлеләренә үҙ ҡулдары менән яһалған бүләктәрен тапшырҙылар.

Нәзифә УСАРОВА.

Сәйетҡол ауылы.

Читайте нас: