Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноябрь 2019, 18:09

Зәхмәтле парта

Һуғыштан һуңғы үтә лә ауыр йылдарҙа, күпселек уҡыусыларҙың йүнле аяҡ кейемдәре булмағас, яҙғы каникулды урамдарҙан һары һыуҙар шаулап аҡҡан саҡҡа тура килтереп бирәләр ине. Каникул ваҡытында ла тик ятҡырманылар – һәр уҡыусыға ҙур ҡырлы 10 стакан ҡайын бөрөһө йыйырға задание бирерҙәр ине. Ул йылды ла каникул тамамланғас мәктәпкә йыйылдыҡ, бөрөләрҙе тапшырғас, кластарыбыҙға инеп ултырыштыҡ. Минең менән бер партала ултырған, гел бишкә генә уҡыған, беҙҙең менән гел йылмайып һөйләшкән Әхмәр генә дәрескә килмәгәйне.

Һуғыштан һуңғы үтә лә ауыр йылдарҙа, күпселек уҡыусыларҙың йүнле аяҡ кейемдәре булмағас, яҙғы каникулды урамдарҙан һары һыуҙар шаулап аҡҡан саҡҡа тура килтереп бирәләр ине. Каникул ваҡытында ла тик ятҡырманылар – һәр уҡыусыға ҙур ҡырлы 10 стакан ҡайын бөрөһө йыйырға задание бирерҙәр ине. Ул йылды ла каникул тамамланғас мәктәпкә йыйылдыҡ, бөрөләрҙе тапшырғас, кластарыбыҙға инеп ултырыштыҡ. Минең менән бер партала ултырған, гел бишкә генә уҡыған, беҙҙең менән гел йылмайып һөйләшкән Әхмәр генә дәрескә килмәгәйне. Класс етәксебеҙ Миңлегөл апай хәлен белер өсөн мине уларға ебәрҙе.

Атаһы Вәлиша һуғышта ятып ҡалғас, берҙән-бер апаһы ла сит ауылға тормошҡа сыҡҡас, Әхмәр әсәһе менән генә ситән соланлы бәләкәйерәк дүрт мөйөшлө өйҙәрендә йәшәнеләр. Мин барып ингәндә ул стена буйында йәйелгән түшәгендә ятһа, әсәһе Сәбилә апай һыйырын тауға ҡыуырға киткәйне.

Әхмәр мине күргәс тә тороп ултырҙы, ғәҙәттәгесә йылмайып алғандан һуң, хәлен һөйләй башланы.

-Каникул башланғандың икенсе көнөнә ныҡ туңдырҙы бит, шул көн иртә менән бәләкәй санамды һөйрәп Өс өйәңкегә (атама, ауылдан бер саҡрымда - автор) утынға барҙым. Утын әҙерләп, санама тейәп йөрөй инем, Ҡужағол морононан ике бүренең миңә табан сабып килгәнен күреп, ерек башына менеп ултырҙым. Улар сана янына килеп еткәс, береһе ҡарға ятты, икенсеһе ятып ҡалған бейәләйемде тешләп, санамды уратып саба башланы. Ағас башында бер сәғәттәй ултырҙым, ныҡ өшөнөм. Шул саҡ Хәкимә әбейҙең улы Насирулла менән миңә табан утынға тип килә ятҡандары күренде. Насирулла (ул аҡылға бер төрлө ине) бүреләрҙе күреп ҡалғас, балтаһын болғай-болғай, ҡысҡыра-ҡысҡыра беҙгә табан йүгерә башланы. Бүреләр туғайға ҡасты. Ҡурҡыштан да, өшөүҙән дә ҡалтырана-ҡалтырана, санамды көскә һөйрәй-һөйрәй, саҡ ҡайтып йығылдым. Шул кистә ауырый ҙа башланым, бер-нисә мәртәбә һаташып ҡысҡырғанмын, әсәйем таң атҡансы лампа яндырып эргәмдә ултырған, шунан бирле шәбәйеп булмай, - тип хәлен һөйләп бирҙе дуҫым. Мин уның тиҙерәк шәбәйеүен теләп, сығып киттем.

Тик ул шәбәймәне, ауырыуы көсәйә генә барҙы, өс айҙан тилереп, аҡылдан яҙҙы. Ҡулына күҫәк тотоп, кеше баҫтырғанға күрә, уға күренмәҫкә тырыштылар. Ҡайһы саҡ ул мәсет манараһына менеп, ҡырағай тауыш менән ҡысҡырыр, ауылға ингән көтөүҙе туҙҙырыр булды.

Бер ваҡыт мәсет урамына төшкәйнем, үҙҙәре яғынан йүгерә-атлай килгән Әхмәрҙе күреп ҡалдым. Ҡулына күҫәк тә тотоп алған. Сәүит алдында тәмәке тартып торған өс ир, уны күргәс, ашығып сәүиткә инеп киттеләр, мәсет янындағы ҡотоҡтан һыу алып торған Шәкирә апай күнәктәрен ташлап ҡасты. Ә мин ҡасманым, почтаның кәртәләүенә һөйәнеп, уны көттөм. Миңә 5-6 аҙым етмәйерәк ул туҡтаны, аларған күҙҙәре менән миңә ҡараны. Уның нисәмә ай буйы алынмаған сәсе ҡолаҡтарын ҡаплап торһа, бер төймәһе лә ҡалмаған бысраҡ күлдәге бер-нисә урындан йыртылғайны. Ул күтәргән күҫәген ергә ташланы ла бөтөнләй үк яныма килде, ыңғырашҡан тауыш менән тотлоға-тотлоға, йылмайып, һүҙ башланы:

-Беҙ математиканан гел бишкә уҡый торғайныҡ, унан, унан, готический шрифт менән ҡыҙҙарға записка яҙа торғайныҡ.

Уны нисек тә булһа өйөнә алып барырға ине, шуға ла мин уға:

-Әхмәр, иҫеңдәлер, бер ваҡыт башаҡ йыйып ҡайтышлай һин миңә ҡаймаҡлап айран һыулап эсергәйнең, шуны эске килә, тағы ла һыулайһыңмы, сәсеңде лә алырмын,- тигәйнем, дөрөҫ әйткәнмен икән, ҡыуанысынан мине ҡултыҡлап уҡ алды, ҡултыҡлашҡан көйө уларға киттек.

Әсәһе аласыҡтарында сәй эсеп ултыра икән, улының илке-һалҡы ҡалып, минең менән ҡайтып килгәнен күргәс, бик ҡыуанды, сәй янына саҡырҙы. Тик мин ултырманым. Әхмәрҙең сәсен алырға кәрәклекте әйткәс, ул сәйен дә эсеп тормай, сығып китте һәм күп тә үтмәй сәс машинкаһы алып ҡайтты.

Әхмәр ишек алдаврында сәсен алғанда тыныс ҡына ултырҙы. Уның оҙаҡ ваҡыттар йыуылмаған башы әҙәм ҡарағыһыҙ бысраҡ ине. Күлдәген систергәс, күнәктәге ҡояшҡа йылынған һыу менән һабынлап башын һәм салбарына тиклем тәнен йыуҙым. Әсәһе килтергән таҙа күлдәкте ул үҙе кейҙе. Миңә ҡайтыр саҡта үҙ аҡылына ҡайтҡан Әхмәр былай тине:

-Әллә нишләп еңеләйәм дә китәм бит, һаман шәбәйеп булмай, - тип ҡалды.

Ошо хәлдән һуң Әхмәр биреләнә башлаһа, әсәһе беҙгә килер, мин барып, уны тынысландырыр инем.

... Польша сигендәге үтә лә ҙур булған Явры полигонында хәрби күнекмәләр ваҡытында өйҙән хат килде. Унда Әхмәрҙең вафаты тураһында ла хәбәр бар ине.

Һуғыш, аслыҡ, яланғаслыҡ арҡаһында ауырыуҙарға һабышып, бала ғына көйө бик иртә вафат булғандар ул саҡтарҙа бик тә күп булды шул.

50-се йылдарҙа гел бишкә генә уҡыған, һары сәсле, аҡ йөҙлө Вәлидова Сәлимә ҡышҡы каникул ваҡытында, сатнама һыуыҡта, әсәһе Маһикамалға эйәреп, ризыҡ эҙләп, ауылдан сығып китә. Аҡман ҡалҡыулығын менгән саҡта (Аҡман беҙҙән 25 саҡрымда) насар ғына кейенгән, сибек кенә, ас, 11 йәшлек ҡыҙыҡай юлда туңып үлә. Әсәһе юл ситендәге көрттө тапап, шунда ҡыҙының мәйетен күмә. Ике көндән мәйетте алабыҙ, тип килһәләр, уны бүреләр ашап киткән була. Уның кейем ҡалдыҡтарын һәм быймалары эсендәге аяҡ баштарын йыйып алып, ауыл зыяратына алып ҡайтып ерләйҙәр. Класташымдың ҡыҫҡа ғына ғүмере шулай өҙөлдө.

Сәлимә менән бер партала ултырған тағы ла бер ябыҡ ҡына класташым Псәнчина Факиһа, әхирәте вафатынан һуң бер айҙай яңғыҙы ғына ултырҙы, өйҙәрендә ике аҙналай ауырып ятҡандан һуң, гүр эйәһе булды. Уларҙың бушап ҡалған парталарына һәр кем шикләнеп ҡараны, зәхмәтле парта, тип йөрөттө. Иң артҡы парта булғанға, аулаҡ тип, Әхмәр менән шунда күсеп ултырғайныҡ, уның ни менән тамаланғанын алдан һөйләнем инде.

Ә бит бала ғына саҡтарында бик тә аяныслы рәүештә өс класташымдың үлеменә парта ғәйепле түгел, шул осорҙағы ҡаты аслыҡ һәм яланғаслыҡ ғәйепле. Вафаттарына 70 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә уларҙың ныҡ ябыҡҡан бала ғына йөҙҙәре һаман да күҙ алдымда тора. “Онотма беҙҙе, класташ, онотма,”- тип әйтәләр кеүек.

Рәхимйән ВАХИТОВ.

Юлдыбай ауылы.

Читайте нас: