Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Ноябрь 2019, 23:55

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап... “Еңеү” марафонына беҙ ҙә ҡушылдыҡ

Киләһе йыл илебеҙ ғәйәт ҙур, мөһим байрамды – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылаясаҡ. Республикабыҙ кимәлендә уға әҙерлек әле үк башланды ла инде. Шуларҙың береһе – “Еңеү” марафоны. Ул 7 ноябрҙә Өфөнөң Еңеү паркында старт алды. Был марафон киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Уның төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау. Сараның символикаһы булып торған “Еңеү” штандартын 16 ноябрҙә күгәрсендәргә Борай районы вәкилдәре тапшырғайны. Беҙҙең районда “Еңеү салюты” фестиваленең төбәк этабы уҙҙы. Ул “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.

Киләһе йыл илебеҙ ғәйәт ҙур, мөһим байрамды – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылаясаҡ. Республикабыҙ кимәлендә уға әҙерлек әле үк башланды ла инде. Шуларҙың береһе – “Еңеү” марафоны. Ул 7 ноябрҙә Өфөнөң Еңеү паркында старт алды. Был марафон киләһе йылдың майына тиклем “Еңеү салюты” халыҡ ижады республика фестивале сиктәрендә үтәсәк һәм Башҡортостандың бар ҡала һәм райондарын йәлеп итәсәк. Уның төп бурысы – йәштәрҙе данлы тарихыбыҙ өлгөһөндә әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, Бөйөк Еңеү тураһында хәтерҙе нығытыу һәм һаҡлау.
Беҙҙең районда “Еңеү салюты” фестиваленең төбәк этабы уҙҙы. Ул “Ҡайғылы әсә” һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина, БР Хәрби комиссариатының Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса хәрби комиссары Ришат Ҡадиров һәм район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафин сығыш яһаны.
Ошонда уҡ “Еңеү” штандарты Бөйөк Ватан һуғышына 12 мең яугирын оҙатҡан Әлшәй районына, “Мәңгелек ут” капсулаһы фестивалдең төбәк этабында ҡатнашасаҡ Күгәрсен, Мәләүез, Ейәнсура, Федоровка райондары һәм Күмертау ҡалаһы вәкилдәренә тапшырылды.
Артабан сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, үҙәк район китапханаһы, Федоровка һәм Ейәнсура райондары вәкилдәре ҡуйған бай күргәҙмәләр данлы уҙғандарыбыҙға күҙ һалырға мөмкинлек бирһә, бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелгән коллективтарҙың сығыштары Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл хеҙмәткәрҙәре өсөн күңелдәрҙә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары уятты.
Йыр-моң менән үрелеп барған бай йөкмәткеле сәхнәләштерелгән һуғыш, тыл күренештәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Мәҫәлән, федоровкаларҙың Ленинград блокадаһын һүрәтләгән тамашаһын күҙ йәштәре аша ҡарамау мөмкин түгел ине.
Яу яланында бер туған ағай менән ҡустының осрашыуын, береһенең икенсеһенең күҙ алдында һәләк булыуын да улар райондаштарының тормошонан алып һүрәтләгән.
Көнө буйына дауам иткән сара аҙағында сәхнә түрен хужалар – күгәрсендәр яуланы. Беҙҙең район исеменән район мәҙәниәт һарайы, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбе, Ялсы, Тәүәкән ауыл биләмәһе коллективтары һәм артистары, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө сығыш яһаны.
Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестиваленең өсөнсө этабы 2020 йылдың апрелендә Өфөлә уҙасаҡ. Унда конкурстың төбәк этабында еңеүселәр ҡатнашасаҡ.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.


Читайте нас: