Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Ноябрь 2019, 17:56

Әсәйҙәрҙе ҙурланыҡ

Теләүембәт ауыл клубында байрам концерттары даими рәүештә үткәрелеп тора. 23 ноябрҙәге концертҡа, шәмбе көнө булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ ғәҙәттәгенән күберәк йыйылды.

Теләүембәт ауыл клубында байрам концерттары даими рәүештә үткәрелеп тора. 23 ноябрҙәге концертҡа, шәмбе көнө булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ ғәҙәттәгенән күберәк йыйылды.

Был сара Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм Әсәйҙәр көнөнә арналғайны. Концертыбыҙҙың беренсе өлөшөндә М. Кәрим ижад иткән шиғырҙар уҡылды һәм “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк сәхнәләштерелде. Теләүембәт урта мәктәбе уҡыусылары Гөлназ Вәлишина менән Азат Байгилдин үҙҙәрен сәхнә оҫталары булараҡ күрһәтте.

Артабанғы йыр-моңдар Ер йөҙөндәге иң ғәзиз кешеләр - әсәйҙәргә арналды. Яҙгөл Йомағужина, Руслан Фазлаев, Фәүриә, Гөлназ, Алтынай, Нәркәс Мөхәмәтовалар башҡарыуындағы йырҙар ауылдаштарыбыҙҙың күңеленә хуш килгәндер тип ышанабыҙ. Концертта шулай уҡ “Наҡаҫ ынйылары” һәм ҡурайсылар ансамблдәре сығыш яһаны. Концертты Замир Харрасов алып барҙы, музыкаль яҡтан Руслан Фазлаев биҙәне.
Замир Харрасов, Теләүембәт урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Читайте нас: