Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Радик Юльякшин (Элвин Грей) яңы йыл корпоративының иң “ҡиммәтле” ҡунағына әйләнде.
“Реальное время” Ҡазан нәшриәте мәғлүмәттәре буйынса, Юльяҡшинды корпоративҡа саҡырыу 1-1,5 млн. һумға төшәсәк. Аҡса күләме артистың сәхнәлә сығыш яһаған ваҡыты менән бәйле – 45 минуттан алып бер сәғәткә тиклем.
Бер йыл эсендә башҡарыусы ике тапҡырға “ҡиммәтләнгән”. Бер йыл элек Юльяҡшиндың сығышы 500 мең һум тора ине.