Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
22 Ноябрь 2019, 17:29

Беҙҙә лә буласаҡ!

Әлеге мәлдә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре бара. Бында нимә буласаҡ һуң? Ошо һорауға асыҡлыҡ индереү өсөн район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллинаға мөрәжәғәт иттек.

Әлеге мәлдә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре бара. Бында нимә буласаҡ һуң? Ошо һорауға асыҡлыҡ индереү өсөн район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Рауил ҡыҙы Хөснуллинаға мөрәжәғәт иттек.


Бына уның яуабы:
- 2015 йылдың декабрендә Рәсәй Федерацияһының барлыҡ тораҡ пункттарында кинозалдарға ярҙам итеү бөтә Рәсәй программаһына старт бирелде. 2019 йылдан алып 500 меңгәсә кеше йәшәгән ауылдарҙа милли фильмдарҙы күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса саралар 2019-2024 йылдарға “Мәҙәниәт” милли проектына индерелде.

Быйыл беҙҙең район мәҙәниәт бүлеге лә кинозалдар булдырыу буйынса конкурстың һайлап алыу турында ҡатнашты. Экспертизаны уңышлы үттек һәм заманса киноҡорамалдар һәм тамашасылар өсөн ултырғыстар алыу өсөн 5 млн һум аҡса аласаҡ еңеүселәр исемлегенә индек. Аҡса илебеҙ кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам итеү федераль фондынан биреләсәк.

Әлеге мәлдә Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында ремонт эштәре бара. Унда 142 урынлыҡ кинозал буласаҡ, асыу тантанаһы декабрь аҙағына планлаштырылған.

Был ваҡиға Мораҡ халҡына ғына түгел, бар район кешеләренә бына тигән Яңы йыл бүләге булыр, тип ышанабыҙ.

Гөлдәр АБДУЛЛИНА.

Читайте нас: