Сара ауыл ағинәйҙәре - Ғәйниямал Түләкова, Зәкиә Ҡолонбаева, Рузилә Юлдашева, Люциә Йәҙгәрова, Зилә Әбдүшева, Гөлсәсәк Йәғәфәроваларҙың “Лә иләһә илләллаһ” мөнәжәтен бергәләп башҡарыуы менән башланып китте, ағинәйҙәрҙең мөнәжәте, уның һәр бер һүҙе тәрән мәғәнәле, эстәлекле, йәштәргә аҡыл һәм фәһем бирерлек ине. Унан һуң ауылыбыҙҙың оло инәйҙәре һүҙ алды. Улар донъяларға именлек, һәр беребеҙгә һаулыҡ, бәхет теләп, доғалар ҡылды, матур сараны ойоштороусылар – Рузилә Юлдашева, Люциә Йәҙгәрова, Гөлсәсәк Йәғәфәроваларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Күстәнәстәр менән бергәләшеп сәйҙәр эсеп, салауаттар әйтеп бөтәһе лә байрамдан ҡәнәғәт таралыштылар.