Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Ноябрь 2019, 18:47

Күңелдәргә дәрт, илһам өҫтәп йәшәй...

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының нескә генә иңдәренә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мең мәшәҡәттәр өйөлгән: кәртә-ҡурала ла, өйҙә лә, баҡсала ла уның уңған ҡулдарынан тыш эш бармай. Бынан тыш, ҡайҙалыр эшләргә лә, балалар үҫтерергә лә өлгөрә гүзәл зат. Әбйәлил районының Яйҡар ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күгәрсен районының Ялсы ауылында ғүмер иткән Мөслимә апай Зәйнәғәбдинова – бына шундай уңғандар рәтенән.

Тормош иптәше Гәрәй Минияз улы менән күптәрҙе һоҡландырырлыҡ итеп донъя көтә Мөслимә апай. Рузилә менән Зәлиә исемле ике ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына сығарғандар.

Мөслимә Мөслим ҡыҙын яҡташтары уңған мәҙәниәт хеҙмәткәре тип тә белә.

- Хеҙмәттәштәрем Рәзилә Йомаҡаева һәм Нурзилә Исмәғилева менән бер-бергә эшләйбеҙ. Ауыл биләмәһендә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмайбыҙ.

Бер ыңғайҙан шуны ла билдәләп үтмәү мөмкин түгел: Ялсы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өлкәндәр менән дә, балалар менән дә берҙәй эш алып бара, йыш ҡына төрлө ҡыҙыҡлы саралар, конкурстар, спорт ярыштары үткәрә. Шуларҙың береһе – “Кис ултырыу” хаҡында айырым әйтеп үтке килә. Бында һәр шаршамбы кис ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәре менән шөғөлләнеү өсөн мәҙәниәт йортона йыйыла. Кемдер ырғаҡ, энәләр менән бәйләй, икенселәр сигә, сәйләндәр үрә, шулай уҡ ҡул эштәре оҫталығы менән алмаша.

- Күңелебеҙ менән ял итеп, аралашып ҡайтабыҙ. Эс серҙәребеҙ менән бүлешәбеҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ, бер-беребеҙҙән төрлө ҡул эштәренә өйрәнәбеҙ, йырлашып та алабыҙ. Әлдә әле беҙҙе бергә туплаған, тормошобоҙҙо йәнләндергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар, - ти Ялсы оҫталары.

“Уңғандың ҡулы – ун” тигәндәре ысындыр ул, Мөслимә апайҙың да бөтмөрлөгөнә хайран ҡалырһың: төп хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эшенә лә, донъяһына ла, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.

Барыһына ла өлгөрөүенең сәбәбе иһә ябай: тормошто яратыу хас уға, донъяны нисек бар - шул килеш ҡабул итеп, юҡтан ғына йәм табып, үҙенең дә, башҡаларҙың да күңеленә дәрт, илһам өҫтәп йәшәй Мөслимә Мөслим ҡыҙы. Ябай ҙа ул, ихлас та, шуға ла рухы күтәренке, күңеле бөтөн...

Читайте нас: