Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
14 Ноябрь 2019, 18:02

"Күҙ асып күҙ йомған ара – Бер ғүмер аралары..."

Күренекле журналист, шағир Венер Әхмәт улы Йәнбәковтың вафатына ноябрь аҙағында теүәл биш йыл тула.ВЕНЕР ЙӘНБӘКОВ "Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым..."Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –Fәйеп булды хәүеф-хафалар.Әллә ҡайҙа ҡасты, мине ташлап,Fәйбәт-хөсөт кеүек яфалар.Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –Өр-яңыса күрәм ҡояшты.Тормош hуҡмағында аҙаштырҙымӨмөтhөҙлөк тигән «юлдаш»ты.Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –Күктән яуа яңы шиғырҙар.Ағас япраҡтары, сәскә-гөлдәр,Яҡын hанап, ниҙер шыбырлай...Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –Өр-яңыса тоям, атлайым.Алла, Хоҙай, Тәңре исемдәренҮҙ телемдә яҙам, ятлайым.Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –Алла бирhә, шулай ҡалырмын.Илем өсөн, Ислам дине өсөн,Кәрәк икән, утта янырмын...Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –Хәүеф-хафаларҙы ташланым.Кемгә ауыр, кемде ғәйбәт баҫа –Минең hымаҡ йәшәй башлаhын!

Күренекле журналист, шағир Венер Әхмәт улы Йәнбәковтың вафатына ноябрь аҙағында теүәл биш йыл тула.

Ул 1938 йылда Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында тыуа. Шунда башланғыс белем алғандан һуң Ковалевская ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Һигеҙенсе класҡа Мораҡ мәктәбенә бара. Уны тамамлағас, колхозда эшләй.

Ижадҡа килеү юлы урау була уның. 1956 йылда Салауат ҡалаһындағы төҙөлөш мәктәбенә инә. Ағас эшкәртеү

заводында балта оҫтаһы-станоксы, "Салаватстрой" тресының

5-се автобазаһында шофер, 18-се нефть химияһы комбинатында оператор булып эшләй.

Аҙаҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай, Теләүембәт урта мәктәбендә уҡыта.

Венер Әхмәт улы журналистик хеҙмәт юлын "Башҡортостан пионеры" журналында башлай, унда оҙаҡ йылдар эшләй ул. Аҙаҡ "Совет Башҡортостаны" (әлеге "Башҡортостан"), "Аманат" балалар һәм үҫмерҙәр журналы хеҙмәткәре була. Шул йылдарҙа ижад менән дә ныҡлап шөғөлләнә, хикәйәләр, шиғырҙар яҙа,бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы.

Матбуғат өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Венер Әхмәт улы Дауыт-Ҡайып ауылында ерләнгән.

Уҡыусылар иғтибарына шағирҙың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА

әҙерләне.


ВЕНЕР ЙӘНБӘКОВ


"Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым..."


Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –

Fәйеп булды хәүеф-хафалар.

Әллә ҡайҙа ҡасты, мине ташлап,

Fәйбәт-хөсөт кеүек яфалар.


Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –

Өр-яңыса күрәм ҡояшты.

Тормош hуҡмағында аҙаштырҙым

Өмөтhөҙлөк тигән «юлдаш»ты.


Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –

Күктән яуа яңы шиғырҙар.

Ағас япраҡтары, сәскә-гөлдәр,

Яҡын hанап, ниҙер шыбырлай...


Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –

Өр-яңыса тоям, атлайым.

Алла, Хоҙай, Тәңре исемдәрен

Үҙ телемдә яҙам, ятлайым.


Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –

Алла бирhә, шулай ҡалырмын.

Илем өсөн, Ислам дине өсөн,

Кәрәк икән, утта янырмын...


Мин донъяға өр-яңынан тыуҙым –

Хәүеф-хафаларҙы ташланым.

Кемгә ауыр, кемде ғәйбәт баҫа –

Минең hымаҡ йәшәй башлаhын!


"Ағас төпhәhе"


Туҡталыштың эргәhендә генә

Күптән таныш ағас төпhәhе.

Мин белмәйем: ҡасан ҡуйылғандыр

Был имәндең ғүмер нөктәhе...

Хужаhына тоғро көсөк кеүек

Кешеләрҙе ихлас көтә ул.

Бер ултырып ял итергә туҡтар

Эшсәндәргә хеҙмәт итә ул.


"Төнгө мөғжизә"


Ниндәй ҙә күркәм мөғжизә:

Төнгө күктә Ай ҡалҡа.

Һәр ағас, үлән, сәскәгә

Эленә алтын алҡа...


Бындай саҡта, иләҫләнеп,

Ҡоштар ҙа тынып ҡала.

Ошо илаhи мәл өсөн

Мең рәхмәт, Бөйөк Алла!


Хаҡ тәғәләм әҙәмдәрҙе

Төндә лә ҡыуандыра.

Был донъяның фанилығын

Иҫкәртә, уйландыра...


"Быйылғы йәй"


Быйыл йәй бик ҡоро килә,

Ерем ауыр hулай кеүек.

Һыуhап-сарсап йотом hыуға,

Бар тәбиғәт тулай кеүек.


Һыуҙар hипhәм, hәр гөлөмдөң

Тамырҙары уйнай кеүек.

Дым татыған гөл-сәскәләр

Ҡыуаныстан илай кеүек.


"Ай нурҙары"


Ай нурҙары, ай нурҙары,

Ай нурҙары hап-hары.

Ҡош моңлана, hағыштарын

Һары Айға япhарып...


Әйтерhең дә, күктәге Ай

Һағыштан hары булған.

Әйтерhең дә, Ерҙә Айҙың

Яратҡан пары булған.


Һары hағыш – ярhыу hағыш,

Ай мөхәббәте икән.

Мөхәббәтле түңәрәк Ай

Һөйөү рәхәте икән.


Йәшәhен Ерҙә мөхәббәт

Ай нуры булып ҡына.

Уй уйлатып, йыр йырлатып,

Сер-hағыш булып ҡына.


Һап-hары Ай, Ай нурҙары,

Булмай Айҙың аҡтары.

Ай hары, ә мөхәббәттең

Булмай hары таптары.


Мөхәббәттә Ҡояш нуры,

Ай нурҙары ла балҡый.

Эй, кешеләр! Һөйөлөшөп

Йәшәгеҙ ғүмер баҡый...


"Fүмер ҡәҙере"


Алыҫтарҙан балҡып тора

Мәсет манаралары.

Күҙ асып күҙ йомған ара –

Бер ғүмер аралары...


Мәсет манараларында –

Күгәрсен оялары.

Ниндәй хозур Хоҙайымдың

Ерҙәге донъялары!


Беҙгә ошо хазинаны

Аллабыҙ бүләк иткән.

Әҙәмдәрҙе, hынар өсөн,

Ер шарыбыҙға hипкән.


Эй, Тәңребеҙ! Өйрәт беҙҙе

Тик изгелек ҡылырға.

Изгелектәр ҡылып ҡына

Үҙеңә hыйынырға...


Бөтә әҙәмдәр ҙә тигеҙ,

Эштәре тигеҙ түгел.

Ә бит ғүмер берәү генә,

Ете йә hигеҙ түгел...


Был донъяның халыҡтары

Аллаhын уйлап янhын.

Беҙҙән hуң килгәндәргә лә

Ҡуҙлы усаҡтар ҡалhын!


"Йәнтөйәгем илдә булhа..."


Тауҙарға мине илтегеҙ,

Тауҙарҙа ҡалғым килә.

Тау биленә өҙә баҫып,

Һуҡмаҡтар hалғым килә.


Ҡарурмандарға ташлағыҙ,

Урманда ҡалғым килә.

Урман былбылдарын тыңлап,

Моң-илhам алғым килә.


Ағым hыуҙарға hалығыҙ,

Тулҡында сапҡым килә.

Йөҙөп барып, сал диңгеҙҙәр,

Океандар тапҡым килә.


Тау, урмандар, hыуҙарҙа ла

Бирешмәм, ҡайғырмайым.

Тик яҙмыш юлдары ғына

Илемдән айырмаhын!


Йәнтөйәгем илдә икән,

Һәммәhе булыр әле.

Тән – ҙур донъя ләззәтенә,

Йән моңға тулыр әле.


"Әсәкәйем төштәремә инде..."


Әсәйемде төштәремдә күрҙем:

Йәм-йәшелдән келәм йәйелгән.

Ятыр ергә урын hалыр өсөн

Ниҙер эҙләп, әсәй эйелгән.


Келәм ситен әсәй күтәргәйне,

Келәм аҫты – ялтыр боҙ ғына.

Мәрхүмәнең ризыҡ-тәғәме лә –

Иреткән боҙ менән тоҙ ғына.


Ана шул саҡ бик яҡында ғына

Ауыл урындығын шәйләнем.

Юрған-мендәр биреп китәйем, тип,

Боҙло ергә килдем әйләнеп.


Ләкин ҡайҙа! Таныш келәм дә юҡ,

Әсәй ҙә юҡ, hалҡын боҙ ҙа юҡ.

Мәрхүмәгә алып килә ятҡан

Юрған-ҡаралты ла ҡулда юҡ.


Әсәйемде төштәремдә күрҙем,

Ҡулдарыма күсә hалҡын боҙ.

Әллә, әсәй, рухың борсоламы? –

Йөрәгемде өтә ялҡын-ҡуҙ...
Читайте нас: