Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Ноябрь 2019, 19:24

Айҙар Маннанов шиғырҙары

Айҙар МаннановТыуған яҡТыуған яғым ҡояш ҡына!Ә мин, гүйә, көнбағыш.Күңелемдә шундай халәт —Ерһеү, һағыныу, һағыш...Тыуған яғым тулған айым —Төндәр етһә иркәләй.Әйтерһең дә мин бер йондоҙ —Әйләнәм ай тирәләй.Тыуған яғым — әсәйле яҡ,Атайлы яҡ — Тыуған яҡ!...Тыуған яҡтан елдәр иҫә —Ә күңелем туҙғанаҡ.

Тыуған яҡ


Тыуған яғым ҡояш ҡына!

Ә мин, гүйә, көнбағыш.

Күңелемдә шундай халәт —

Ерһеү, һағыныу, һағыш...


Тыуған яғым тулған айым —

Төндәр етһә иркәләй.

Әйтерһең дә мин бер йондоҙ —

Әйләнәм ай тирәләй.


Тыуған яғым — әсәйле яҡ,

Атайлы яҡ — Тыуған яҡ!

...Тыуған яҡтан елдәр иҫә —

Ә күңелем туҙғанаҡ.


Ел килтерҙе...

(Р-гә)


Онотҡан да инем инде...

Сәләм килтерҙе ел иртән.

Яҡты хәтирәләр менән

Тағын иҫкә төштөң, иркәм.


Тоғро була көҙгө елдәр,

Үҙәктәргә үтеп керә.

Йылытмайҙар — өшөтәләр,

Алдамайҙар шуға күрә.


Онотҡан да инем инде...

Ел килтерҙе сәләмеңде —

Күҙҙәр һалып елкендерҙең

Һүнеп барған ғаләмемде.


Толом


Шиғыр юлдарына күсә

Һине күргән һәр бер төшөм.

Өндәремдә йәшәүем дә

Һин булғанға, ғәзиз кешем.


Бөгөн дә һин төштәремдә

Толомоңдо һүтә инең...

Тәҙ(е)рәнән ҡарап, бәғрем,

Ҡайтыуымды көтә инең.


Сәстәреңде киҫтерҙең шул,

Юҡһындыра уйнаҡ толом...

Ҡосағыма алһам һине,

Толомоңдо эҙләй ҡулым.


...Сәскәйҙәрең үҫкән икән,

Билеңәсә төшкән икән —

Йәшлек толомдарың менән

Төштәремә керҙең, иркәм.


Гүзәл ханым


Көн дә иртән, минең яндан

Уҙып китә бер ханым.

Һоҡланмайса мөмкин түгел —

Ситлектән сыға йәнем.


Талдай һылыу буйы-һыны,

Атлауы һалмаҡ ҡына.

Талпынып ҡуя күңелем —

Эйәреп ҡалмаҡ ҡына.


Көн дә иртән, минең яндан

Бер ханым китә үтеп...

Үтеүҙәре бушҡа түгел —

Үтә йөрәкте өтөп.


Баҫып торам юл сатында —

Тере, йә үле түгел...

Ошо ханымдың артынан

Эйәреп киткән күңел.


Беләм...

(Л-ға)

— Аҡ раузалар яратҡанды

Ҡайҙан белдең , ағай? - тинең,-

Миңә бындай матур букет

Бүләк итмәгәндәр ине.

— Аҡ раузалар һинең сәскә,

Улар сафлыҡ билдәләре.

Һиңә улар бик килешә —

Һинең күңел өлгөләре.

— Ҡыҙыҡ икәнһең дә, ағай —

Һин әллә бер әүлиәһең?

Кеше күңелен еңел генә

Шулай уҡый ҙа беләһең.

— Уҡып йәшәйем был донъяла,

Күҙҙәрҙән дә уҡый беләм.

Йәшкелт күҙҙәреңдә һинең

Йәшел ялан, хәтфә үлән.

— Мин үҙем дә уны беләм.

Ә һин, ағай, беләһеңме

Хәҙер мин ни уйлап киләм?

— Беләм, иркәм, беләм...Һөйәм!


Күңелеңдә...

(Күрше ҡыҙы Эльвираға)


Күңелеңдә яҙ йөрөтәһең —

Һағышһыҙ һиңә көҙө,

Ҡыштары ла өшөтмәйҙәр,

Йәй инде — йәннәт үҙе.


Күңелеңдә һәр саҡ ҡояш,

Болоттарға ҡарамай.

Ямғыры яуа ла үтә,

Бойоғорға ярамай.


Күңелеңдә яҙ йөрөтәһең —

Һағышҡа һалмай көҙө...

Яндарыңдан үткәнемдә

Йәшәреп китәм үҙем.


*****

Көндәр үтә бер-бер артлы,

Береһен-береһе этә-төртә.

Кешеләрҙе арлы-бирле

Был донъяла ризыҡ йөрөтә.


Үҙгәрмәне тик бер ҡанун

(Һаман да шул баш ҡаҙығы) —

Етмәй беҙгә, етмәй әле...

Етмәй әле йән аҙығы.


*****

Йөрәк түрҙәреңә, иркәм,

Үтмәм тинем.

Бер һипләгән тормошоңдо

Һүтмәм тинем.


...Хисап тота бизмәндәрҙә

Һалҡын аҡыл.

Ризалашмай, һөйөү даулай

Йөрәк-дауыл.

*****

Хәҙер инде һиңә хаттар яҙмам —

Әрнеүҙәрҙән бушап ҡалған күңел,

Һөйөү уттарында янып-көйөп,

Тағын алданырға әҙер түгел.


“Һин” тип бүтән тертләп уянмамын —

Тыныс ҡына үтер төндәрем.

Ямғыр болоттары өҫкә аумаҫ —

Аяҙ булыр тыуар көндәрем.


...Яңғыҙ аҡҡош ҡабат парын тапмаҫ —

Яңғыҙлыҡтың һыңар ише мин.

Йөрәк кенә ҡайсаҡ сәнсеп ҡуйыр,

Салынып китһә һинең исемең.


*****

Була икән сәйер мәлдәр

Хатта ғүмер көҙҙәрендә —

Күк капусын астым әле,

Һинең зәңгәр күҙҙәреңдә.

*****


Айҙар МАННАНОВ.
Читайте нас: