Аҡса самалыраҡ алтмышынсы йылдар ине. Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романын әнейем Әминә Аллабирҙе ҡыҙы (Дауыт-Ҡайып ауылы сығышлы) йомортҡа һатҡан аҡсаға һатып алды. Романда барған ваҡиғалар, беҙҙең Көйөргәҙе районындағы ауылыбыҙ Кинйәбайға яҡын тирәләрҙә барғанға күрә, ауыл исемдәре лә, ер-һыу атамалары ла таныш булыу сәбәпле, әҫәр беҙгә бигерәк тә ғәзиз, нәҡ беҙҙең яҡтар һөйләшендә яҙылған һутлы теле аңлайышлы булыуы күңелебеҙҙе лә, зиһенебеҙҙе лә биләне. Китапты ауылыбыҙҙа өй беренсә йөрөтөп уҡып, туҙҙырып та бөтә яҙҙылар.
Зәйнәп апайҙың үҙен тәү тапҡыр 1975 йылда Өфөгә килгәнемдә Матбуғат йорто янындағы китап магазинында осраттым. Ул матур сәскәле ебәк күлдәк кейеп алған, һатыусы менән һөйләшеп тора. Мин уның магазинда һатылып ятҡан ҡалын ғына китабын ҡулыма тотҡанмын да апай тирәһендә өйрөлөп-сөйрөләм. Яҡын барырға, автограф һорарға батырсылыҡ итеп булмай ҙа ҡуя. Зәйнәб апай ишеккә ыңғайлағас, сара ҡалманы, бындай форсат ҡасан тейә әле тип, артынан эйәрҙем һәм өндәшәһе иттем. Автограф яҙып бирҙе. Йәнәшәһенән атлап киттем. Һүҙгә маһир, алсаҡ Зәйнәб Абдулла ҡыҙы, күптәнге танышым кеүек, кем булыуымды, ҡайҙан икәнлегемде һорашты, үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашты. Мин уға шиғыр яҙып маташыуым хаҡында әйтмәнем. Оялдым. Туҡталышҡа саҡлым оҙатып барҙым да, күңелем булып, хисләнеп тороп ҡалдым.
Яҙмыш мине Башҡортостан радиоһына хеҙмәткә юлыҡтырҙы. Әҙәбиәт һәм сәнғәт редакцияһы мөхәррире булып эшләй башланым. Шунда эшләгән йылдарҙа халҡыбыҙҙың талант эйәһе минең өсөн яҡын дуҫҡа, остазға әүерелде.Уның кәңәштәре, һәр бер радио тапшырыуына ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәте, ентекле анализы минең өсөн торғаны бер мәктәп ине.
Шылтыратышмаған көнөбөҙ булдымы икән? Һирәк булғандыр. Ул йыш ҡына улы Тельман янында Мәскәүҙә йәшәп ала торғайны. Шылтыратышмаған ваҡытта Мәскәүҙән хат яҙа һалып ебәрә. Йомоштар ҡушҡылай, мин уларҙы ҙур теләк менән башҡарып ҡуйыр булдым.
Әҙибәнең "Оло Эйек буйында" романы буйынса радиоуҡыуҙар ойоштороуҙарым иҫемдә ҡалған. Тотош романды радио тыңлаусылар аңларлыҡ итеп, эҙмә-эҙлекте юғалтмай ҡыҫҡартырға, уны артистарҙан уҡытырға кәрәк ине. Романды, әлбиттә, матур тауышлы Илшат Йомағолов менән Әхтәм Әбүшахманов алмаш-тилмәш уҡып сыҡтылар. Эфирға бирер алдынан ул Телерадиокомитеттың рәйесе булып эшләгән Денис Бүләковтан машина һорап алып, Зәйнәб апайҙы өйөнән барып алып килергә һәм яҙмаларҙы тыңлатырға тура килде. Зәйнәб апайҙың күңеле булды.
Әҙибә яҙыусыларҙың Мәскәүҙәге Малеевка ижад йортонда эшләргә яратты. Бер барғанында күләмле генә поэтик әҫәр яҙып алып ҡайтты. “Салауаттың һуңғы монологы” тип атала ине ул. “Ағиҙел” журналы поэманы ни өсөндөр баҫырға алманы. Кәйефе ҡырылды апайҙың. Мине өйөнә саҡырып алды. Поэманы уҡыныҡ һәм әҫәрҙе радионан тапшырырға кәрәк, тигән ҡарарға килдек. Уны ла Илшат Йомғолов менән Әхтәм Әбүшахмановтан уҡытып, матур музыка менән биҙәкләп эфирға сығарып ебәрҙек. Ул радиокомпозиция әле лә Башҡортостан радиоһы фондында һаҡлана булһа кәрәк.
Мин Зәйнәб Абдулла ҡыҙының өйөнә йыш барып йөрөнөм. Ҡазан, Мәскәү радиолары өсөн русса интервьюлар яҙҙырҙым. Русса матур һөйләй ине. Белемле, мәғлүмәтле яҙыусы булды ул.
Коммунистар урамындағы 5 ҡатлы өйҙөң беренсе ҡатында йәшәй ине. Бүлмәләре иркен, яҡты фатир. Береһе - эш кабинеты. Уныһы шығырым тулы китаптар. Мин уларға әҙер әсе ҡамыр тотоп барып инә торғайным. Ҡаршылашыуына ҡарамай, картуф бешереп, майлап-һөтләп иҙәм дә, әсе ҡамырға яғып шәнгә бешерә һалып алып, кухняны матурлап йыйыштырам, иҙәндәрҙе йыуып алам һәм һөйләшә-һөйләшә шәнгәләп сәй эсәбеҙ.
Бер саҡ Мәскәүҙә яҡташыбыҙ (Ермолаевонан) рус шағирәһе Людмила Шикинала ҡунаҡта инем. Хужабикә өйҙә юҡта телефон шылтыраны. Трубканы алһам, таныш тауыш:
- Здравствуйте, Людмила Васильевна! Вас беспокоит Биишева...
- Зәйнәб апай! Һаумыһығыҙ! Был Тамара әле ул. Йомош менән Мәскәүгә килгәйнем!- Һәм беҙ ике башҡорт күңелебеҙ булғанса башҡортса хәбәрҙәребеҙҙе сурытып, һөйләшеп кинәндек. Зәйнәб апай Людмила Шикинаға “Үтеп барам” тигән шиғырын тәржемәгә биргән булған икән. Шиғыр тәржемә ителгәнен Людмила Васильевна миңә әйткәйне, уҡып та ишеттергәйне.
Зәйнәб апай шиғырҙың руссаға тәржемәһен “Наш современник” журналына алып барып биреүемде һораны. Апайҙарҙың йомошон үтәү мәртәбә бит инде. Мин уны редакцияға илттем. Бер аҙҙан ул журналда донъя күрҙе. Башҡортсаһын үҙебеҙҙең радионан да ишеттергәйнем.
... Зәйнәб апайҙың 75 йәше лә етте. Ул Өфөнөң “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ял итә ине, 8 ғинуар көнө елдерҙем шунда. Оҙаҡ та торманым, апайҙың райондаштары - күгәрсендәр килеп инде. Сәк-сәктәр теҙеп ҡуйып, самауыр ҡайнатып ебәрҙек. Анауындай ҙур шәхестең табынында самауырсы булыу ҙа бит мәртәбә. Сәй яһап торҙом, яҡташтарым менән күрешеүгә лә шатландым.
Райондаштары әҙибәне яратты. Хәйер, әҙибә лә ғүмере буйы Эйек буйҙарына тартылды. Һағына, хатта районға ҡайтып йәшәгеһе лә килә ине.
Тамара ҒӘНИЕВА, шағирә, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы.