Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Ноябрь 2019, 11:32

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың исемен данлап...

Көҙгө каникул Ялсы, Һапаш, хоҙайбирҙиндар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ булды - октябрҙең һуңғы көнөндә халыҡ Хоҙайбирҙин ауыл мәҙәниәт йортона бейеү байрамына һәм Рәзилә Рыҫҡужинаның Тамара, Маһруй һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндарға арналған “Һүнмәҫ йондоҙҙар” китабының исем туйына йыйылды.



- Мин был байрамға бик теләп, ашҡынып килдем. “Һүнмәҫ йондоҙҙар” тигән китабымдың исем туйын үткәреп, һеҙ арҙаҡлы яҡташығыҙҙың исемен йәнә бер ҙурланығыҙ. Был китапты сығарыуҙа ошо ауыл уҙаманы Винер Аҙнағолов ҙур ярҙам күрһәтте.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы итеп шуны әйткем килә: үҙ белдеге, үҙ көсө, ниәте менән күгәрсендәр Хоҙайбирҙиндарҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙә ошолай аныҡ эштәр башҡара. Бәләкәй генә бәйгеләрҙән башланғыс алған бейеү байрамының Тамара Хоҙайбирҙина исемен байраҡ итеп күтәреп, үҙ географияһын киңәйтеп, матур традицияға әйләнеп китеүен теләйем. Минең бәләкәй генә ижадымды ололауығыҙ өсөн ҙур рәхмәттәремде еткерәм, - ти автор Рәзилә Ишбулды ҡыҙы.


Сараның икенсе өлөшөн “Бейеү алиһәһе” бейеү конкурсы дауам итте. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған конкурста ауыл биләмәһе балалары үҙ һәләттәрен күрһәтте.

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең сағыу-сағыу бейеүҙәре менән хайран ҡалдырҙы. Тамашалар залының халыҡ менән тулы булыуы ла ҡыуандырҙы.

Бөтәһе 14 бейеү булды, шуның өсәүһен балалар баҡсаһына йөрөгәндәр бейене. Уларҙың һәр ҡайһыһы дәүррәү алҡыштарға лайыҡ булды. Әммә бәйге булғас, еңеүсеһе лә була: Ялсы балалар баҡсаһы, 5-се класс уҡыусылары һәм Алһыу Сабанчина тәүге урынға сыҡты. Шәһит Хоҙайбирҙиндың яҡын туғаны Наилә Исмәғилева менән Ялсы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Юдаевтың ҡатнашыуы һәм матди ярҙам күрһәтеүе сараға йәм өҫтәне.

Динара ӘМИНЕВА.

Хоҙайбирҙин ауылы.

Читайте нас: