Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Ноябрь 2019, 22:59

Ҡыҙғаныслы яңылыҡ: билдәле яҙыусы вафат...

Ҡыҙғаныслы яңылыҡ: билдәле яҙыусы вафат... Учалы районының Ураз ауылында тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар Мәскәү ҡалаһында йәшәгән билдәле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булған. Халыҡ уны Анатолий Генатуллин псевдонимы аша ла белә.

Учалы районының Ураз ауылында тыуып үҫкән, оҙаҡ йылдар Мәскәү ҡалаһында йәшәгән билдәле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булған. Халыҡ уны Анатолий Генатуллин псевдонимы аша ла белә.
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләй. 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала.
1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.
Китаптары:
  • Рябиновая горя: Рассказы. — М.: Сов. писатель, 1969. — 2016 с.
  • Аюташ: Расказы. — М.: Россия, 1975. — 96 с.
  • Золотая моя колыбель: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1984. — 240 с.
  • Нас остается мало: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1988.
  • Вот кончится война: Повести, рассказы. — М.: Правда, 1988. — 464 с.
  • Тыуған йорт тупһаһында: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1994. — 224 б.
  • Нимә унда тау артында: Хикәйәләр, повестар. — Өфө, Китап, 1997. — 480 б.
  • Загон: Роман, повесть, рассказы. — Уфа, Китап, 2004. — 352 с.
  • Вот кончится война: Повести. — М.: Терра — книжный клуб, 2005. — 400 с.
Читайте нас: